Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәште көсәйтеп

Район хакимиәтендә Әлфир Сабиров етәкселегендәге террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия ултырышы уҙҙы.Мәғариф ойошмаларында алып барылған профилактика эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев бәйән итте.

- Райондың мәғариф системаһына 32 мәғариф учреждениеһы, 8 балалар баҡсаһы, 6 филиал, 8 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө инә. Барлыҡ белем биреү ойошмалары видеокүҙәтеү системаһы һәм хәүеф сигнализацияһы төймәләре менән йыһазландырылған. Сит кешеләрҙең бина эсенә инеүен сикләү маҡсатында, инеү менән идара итеүҙе контролдә тотоу системаһы, шулай уҡ металл эҙләгес рамкалар урынлаштырылған.
Яңы уҡыу йылында барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларында аэлектромагнит йоҙаҡтар урынлаштырыу планлаштырыла. Мәғариф учреждениеларында террорсылыҡҡа ҡаршы хәүефһеҙлек Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән берлектә үткәрелә торған саралар комплексы ярҙамында тәьмин ителә, - тине Андрей Валентинович.
 
Террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия рәйесе Ә.Ф. Сабиров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексә начальнигы Данис Ғәлиәхмәтовҡа яңы уҡыу йылында барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға теракт ваҡытында үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген иҫкәртеү өсөн күнекмә эвакуациялары үткәрергә ҡушты.
Транспорт инфраструктураһы объекттарының һәм транспорт сараларының, шул иҫәптән махсус хәрби операцияға йәлеп ителгәндәрҙең террорсылыҡҡа ҡаршы һаҡланыуын көсәйтеү буйынса күрелә торған саралар тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Волик хәбәр итте.
Транспорт инфраструктураһы объекттарының транспорт именлеген тәъмин итеү бурысы транспорт инфраструктураһы субъекттарына (транспорт инфраструктураһы объекттарының хужалары булған йәиһә уларҙы башҡа законлы нигеҙҙә ҡулланған заттар) һәм ташыусыларға (пассажирҙы, ебәреүсегә ышанып тапшырылған йөктө, юлға сығыу пунктынан багажды үҙ өҫтөнә алған юридик зат яки шәхси эшкуар) йөкмәтелә, тип аңлатты.
 
Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия рәйесе урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева кешеләрҙең күпләп торған урындары исемлеген раҫлау тураһында һөйләне.
- Кешеләрҙең күпләп торған урыны тип тораҡ пункттың йәиһә ҡала округының дөйөм файҙаланған йәиһә уларҙан ситтә махсус бүлеп бирелгән территорияһы, йәиһә билдәле шарттарҙа бер үк ваҡытта 50-нән артыҡ кеше була алған бина, ҡоролма йәиһә башҡа объект иҫәпләнә.
Террорчылык актын башкаруның мөмкин булган нәтиҗәләренә бәйле рәвештә, кешеләрнең күпләп җыелган урыннарында категорияләр түбәндәгечә билгеләнә: беренчесе – билгеле шартларда бер үк вакытта 1000 кешедән артык була алған кешеләрҙең күпләп торған урыны; икенсеһе – бер үк ваҡытта 200-нән меңгә тиклем кеше була алған урын; өсөнсөһө – бер үк ваҡытта 50-нән 200-гә тиклем кеше була алған урын, – тип аңлатты Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
Кешеләрҙең күпләп йәшәү урындарының террорсылыҡҡа ҡаршы һаҡланыуын тәъмин итеү буйынса ойоштороу саралары, шул иҫәптән таралыуы сикләнгән хеҙмәт мәғлүмәттәрен яҡлау буйынса саралар, тейешле урындар урынлашҡан муниципаль берәмектәр сиктәрендә урындағы үҙидара органдары тарафынан башҡарыла. Муниципаль районда “Аҡкүл” мәҙәниәт һәм ял паркы шундай урын тип иҫәпләнә.
 
Бер үк ваҡытта күпләп йыйылған урында кешеләрҙең һаны мең кешегә етә. Парк территорияһында 12 камера урынаштырылған, улар хәлде өҙлөкһөҙ видеокүҙәтеүҙе, мәғлүмәттәрҙе архивлауҙы һәм һаҡлауҙы, шулай уҡ “Имен ҡала” аппарат-программа комплексы сегменттарының төбәк видеокүҙәтеү подсистемалары менән мәғлүмәти хеҙмәттәшлекте һәм берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтенә һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә тапшырыуҙы тәъмин итә. Хәҙерге ваҡытта объекттың хәүефһезлек паспорты әҙерләнә. Шунан һуң ул тейешле исемлеккә индереләсәк.
Терроризм - хәҙерге замандың иң ҡурҡыныс енәйттәренең береһе, ул дәүләт хакимиәтен емереүгә һәм халыҡта ҡурҡыу һәм ярҙамһыҙлыҡ хисе тыуҙырыуға йүнәлдерелгән. Комплекслы эш алып барғанда ғына был тиҫкәре кирекүренеште еңеп була.
Ултырышта тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Уларҙың барыһы ла комиссияның күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.
Әлфиә Әхмәҙуллина.
Автор:
Читайте нас: