Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әхирәтемдең ире – минеке!

Тик Ғәлиә генә быны аңламай һәм бәхетебеҙгә ҡамасаулап маташа...    

Әхирәтемдең ире – минеке!
Әхирәтемдең ире – минеке!

"Ни өсөн әхирәтем беҙгә бәхетле йәшәргә ирек бирмәй? Ирен тотоп ҡала алмағанға мин ғәйепле түгел бит..."

Танышым ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткәс, аптырап ҡалдым. Ниндәй генә кәңәш бирәһең инде бындай осраҡта? Минеңсә, ул барыһында ла үҙе ғәйепле...

Зилиә менән Ғәлиә бер ауылдан. Бәләкәйҙән бер мәктәпкә йөрөнөләр, бер үк уҡыу йортона инделәр, бер үк фирмаға эшкә урынлаштылар. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла улар һәр саҡ бергә булдылар. Ир-егеттәргә килгәндә, уларҙың ҡараштары төрлөсә ине. Зилиәгә шымыҡай, ҡара, мыҡты кәүҙәлеләр оҡшаһа, Ғәлиә шартлап торған ҡыйыу, һары сәсле, ябыҡтарҙы яҡыныраҡ күрҙе, шуға күрә был яҡтан бер проблема ла тыуманы.

“Ғәлиә әхирәтем кейәүгә сыҡҡан саҡта мин уның өсөн шул тиклем шат инем. Бергә туй күлдәге һайланыҡ, бар ойоштороу эштәрен бергә башҡарҙыҡ. Ире Сәлим миңә бөтөнләй оҡшаманы. Дуҫтарса аралаштыҡ. Тик бына улар өйләнешеп, ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Сәлим миңә лә оҡшай башланы. Әхирәтем дә гел генә уны маҡтаны ла ултырҙы. Йәнәһе, ул шул тиклем һәйбәт, йомарт, киң күңелле, яҡшы кеше. Яйлап уға күҙ һала башланым һәм... башымды юғалттым.

Тик мин быға ғәйеплеме ни? Мөхәббәт бит һинән һорап тормай. Сәлимдең дә иғтибарын тоя башланым. Ваҡытыбыҙҙы ла бергә үткәрә башланыҡ, йышыраҡ аралаштыҡ һәм бер ваҡыт хыянат ҡылдыҡ...

Сәлим – ул ысын ир: Ғәлиәгә шунда уҡ дөрөҫөн һөйләне лә айырылды. Әхирәтем, әлбиттә, шок хәлендә ине, ныҡ көйҙө. Мин уны ныҡ йәлләнем дә бит, тик нимә эшләйһең инде.

Сәлим менән бәхетле генә йәшәй башланыҡ. Мөхәббәтебеҙ көндән-көн артып ҡына торҙо, яратышып туя алмайбыҙ. Ә бына Ғәлиәгә әллә нимә булдысы. Ул миңә ҡаршы этлектәр ҡора башланы. Тәүҙә эштә минең хаҡта “венерик сире бар” тип һөйләп сығарҙы. Ошо сәбәпле хеҙмәттәштәрем минең менән аралашмай башланы.

Ауырымайым тип аңлата торғас, хәлем бөттө. Уныһы онотола төшкәйне, мине йәнә “яман кеше” тип хәбәр таратты. Имеш, мин аҡса өсөн ирҙәр менән йоҡлайым. Йәнә проблемалар башланды.

Ниңә тыныс ҡына йөрөмәй икән ул? Ни өсөн беҙгә бәхетле йәшәргә ҡамасаулай? Ирен үҙ янында тотоп ҡала алмағанға мин ғәйепле түгел бит! Төн буйы Сәлимемә шылтыратып сыға. Йоҡо ла юҡ, тынғы ла...

Эшемде ташлағым килмәй, аҡсаһы шәп. Иремдән дә айырылмаясаҡмын, ул яҡшы кеше. Боҙа бәхетемде был Ғәлиә... – тип һөйләне Зилиә. – Кәңәш бирегеҙ әле миңә, ошо яуыз бисәнән нисек ҡотолорға икән?"

Фото: myaltai.com

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: