Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡорт оҙон ғүмерлеге " программаһы буйынса мин йыл да йөрөйөм

Быйыл апрелдә райондан 38 пенсионерҙы ике автобус менән Торатауға алып барҙылар.

"Башҡорт оҙон ғүмерлеге " программаһы буйынса мин йыл да йөрөйөм
"Башҡорт оҙон ғүмерлеге " программаһы буйынса мин йыл да йөрөйөм

Иң беренсе Ғафүри районында урынлашҡан зоопаркты барып ҡараныҡ. Шунда уҡ урынлашҡан кафела тәмле итеп төшкө аш ашағандан һуң Торатауға юлландыҡ.
787 тимер баҫҡыс буйлап тау үренә күтәрелдек. Унда менгәс иҫ киткес матур күренеш, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, менеп етә алғанға шатланып, фотоларға төштөк. Ҡайтышлай "Суфия " мәсетенә инеп сыҡтыҡ.
Бик күңелле булды, сәйәхәттән илһам, йәшәргә көс алып ҡайттыҡ. Хаҡлы ялда булһаҡ та, республика хөкүмәтенең беҙҙе онотмауы, ошондай проект уйлап сығарыуҙары үҙе бер шатлыҡ.
Экскурсияны ойоштороусыларға, беҙҙе оҙатып, имен-һау йөрөтөп алып ҡайтыусыларға ҙур рәхмәт. Фәһемле, бай йөкмәткеле программа төҙөлгән. Киләсәктә лә был эштең дауам итеүен теләйбеҙ. Донъяларыбыҙ тыныс, тормошобоҙ йәмле, иҫән -һау булайыҡ.

 

Әлфиә Лоҡманова.

Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: