Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡмар йылғаһы ярын таҙарттылар

«Рәсәй һыуы» акцияһы ирекмәндәре Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы эргәһендә Һаҡмар йылғаһы ярын таҙартты.

Һаҡмар йылғаһы ярын таҙарттылар
Һаҡмар йылғаһы ярын таҙарттылар

Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Акцияның төп маҡсаты - һыу объекттары ярында сүп-сарҙы йыйыштырыу. Шулай уҡ халыҡ араһында экологик грамоталылыҡты арттырыуға, йәмәғәтселек һәм йәш быуындың иғтибарын һыу ресурстарын һаҡлауға һәм сифатын яҡшыртыуға йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Был юлы Хәйбулла районы Атингән ауыл хакимиәтенең 10-дан ашыу хеҙмәткәре Һаҡмар ярынан 1,5 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала сүп-сарҙы йыйып алған. Пластик, быяла һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтарынан ете тоҡ йыйылған.

"Һаҡмар йылғаһының яр буйы территорияһы - районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең, туристарҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны. Иң мөһиме — ярҙы таҙартыу ғына түгел, бында тәртип һаҡлау", — тип билдәләне төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитетының баш белгесе Азамат Төрөпҡолов.

 «Экология» милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: