Республикала мәғариф ойошмаларын яңыртыу дауам итә. Президент программаһы буйынса 31 мәктәптә капиталь ремонт үтә. Быйыл “Мәғариф” милли проекты буйынса 9 мең урынға иҫәпләнгән яңы 8 мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
Был исемлектә беҙҙең райондан физика фәненән имтиханда 100 балл йыйған Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһы уҡыусыһы Ринат Ғәйнуллин да бар. Ринат Илфат улы башланғыс кластарҙан алып, “4” һәм “5” билдәләренә уҡый. Тырыш, маҡсатына ирешеүсән егет бөгөн районда юғары күрһәткестәре менән айырыуса танылды.
- Имтихандарҙы физика, рус теле һәм профилле математиканан тапшырҙым. Был тиклем юғары балл йыйырмын тип өмөт итмәһәм дә, ышанысым бар ине. Айырыуса математиканан уҡытыусыларым Рима Фәрит ҡыҙы һәм Лариса Рифҡәт ҡыҙына рәхмәтлемен. Шулай уҡ ҙур рәхмәтемде әсәйемә еткергем килә.
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тырышып уҡырға, ҡурҡмаҫҡа, имтихандарҙа ҡаушамаҫҡа кәрәк. Әлегә ҡайҙа уҡырға инеүем хаҡында әйтә алмайым. Сер булып ҡалһын, - тине Ринат Ғәйнуллин.
Ринатҡа һәм барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына уңыштар юлдаш булһын.