Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 10:05

Республика идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле субъекттарының береһе булараҡ билдәләнде

“Незыгарь” федераль телеграм-каналы “2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫтырып сығарҙы. Авторҙар Башҡортостанды юғары һөҙөмтәле идара итеүсе субъекттар иҫәбенә индереп, төбәктәрҙең идара итеүсе командалары эшенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте һәм социаль-иҡтисади хәлдең артабанғы үҫешенә прогноз яһаны.

Республика идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле субъекттарының береһе булараҡ билдәләндеРеспублика идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле субъекттарының береһе булараҡ билдәләнде
Республика идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле субъекттарының береһе булараҡ билдәләнде

Атап әйткәндә, республика һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең милли рейтингында тотороҡло юғары позициялар күрһәтә.

“Эштең әлеге этабында эшҡыуарҙарҙы нимә ҡәнәғәтләндермәүен аңлау өсөн былтыр беҙ күләмле һорау алыу үткәрҙек. Анализ йомғаҡтары буйынса күпселек бюрократик талаптар бөтөрөлдө. Һәм бөгөн өҫтөнлөклө проект статусын алыу өсөн инвесторға теләктәре тураһында декларация әҙерләү ҙә етә”, – тине Радий Хәбиров ПМЭФ-2024-тә.

2024 йылдың йәйендә беҙҙә 360-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 854 миллиард һум тәшкил итә, ошо сәбәпле 34 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Шулай, Ҡырмыҫҡалы районында 2017 йылдан ҙур инвестиция проекты - Ҡабаҡ ауылында “Кировец” йәмғиәтенең етештереү базаһы бойомға ашырыла.

Генераль директор Радик Хафизов башта район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировта «Инвестиция сәғәтен»дә, һуңынан төбәк башлығы Радий Хәбировта булды. Ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү, хеҙмәтләндереү, төҙәтеү буйынса етештереү- техник үҙәген 2020 йылдың июлендә астылар.

"Кировец" йәмғиәте Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында профилле класс асылды.

Предприятие тотороҡло үҫеп кенә ҡалмай, төрлө кимәлдәге семинарҙар, шулай уҡ уҡыусылар өсөн сәйәхәттәр үткәреү майҙансығы булып тора.

Белгестәр лидер төбәктәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүенә ҙур иғтибар бүлеүен ыңғай баһалай. Башҡортостан бында әүҙем позиция биләй. Республиканан МХО биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла, Башҡортостан яугирҙәренә муниципалитеттар, эшҡыуарҙар һәм республиканың битараф булмаған кешеләре ярҙам ебәрә. Район һәм ҡала етәкселәре, республика чиновниктары һәм Радий Хәбиров үҙе лә – махсус хәрби операция зонаһында йыш ҡунаҡтар, улар һүҙ һәм эш менән Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тырыша. Республикаға ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итәләр, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына киң ярҙам саралары күрһәтелә. Шуныһы ла бик мөһим: Башҡортостандың сәйәси элитаһы вәкилдәре – чиновниктар, төрлө кимәлдәге депутаттар үҙҙәре лә әле МХО биләмәһендә хәрби бурыстар үтәй.

Мәҫәлән, беҙҙең районда махсус хәрби операцияға ярҙам ойоштороу ниәтендә “Патриот”, “Ватан”, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” һәм башҡа штабтар эшләп килә. Шулай уҡ, ауыл мәҙәниәт клубтары ла был йәһәттән әүҙем эш алып бара.

Шулай, Һәүәләй ауылында урынлашҡан “Ватан” ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Раушания Рамазанова был хаҡта бына нимәләр һөйләй:

- Мин мәҙәниәт йортонда баш ойоштороусы инем. Махсус хәрби операциялағылар өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй башларға тигән тәҡдимде халыҡ бер һүҙһеҙ ҡабул итте.

Ауыл биләмәһендәге ойошмалар – мәктәп, балалар баҡсаһы, реабилитация үҙәге коллективтары инициатива күрһәтте. Кем ойоҡбаш, кем кейем-һалым, кем аҙыҡ-түлек килтерҙе. Ғөмүмән, һәүәләйлеләр шәфҡәтлелек күрһәтеп, әйберләтә лә, аҡсалата ла булышлыҡ итте. Әйберҙәрҙе башта Олокүлдәге “Патриот” ирекмәндәр штабына тапшыра инек. Ныҡлап уйлаштыҡ та, Һәүәләй ауылында штаб ойошторорға булдыҡ. Шулай “Ватан” ирекмәндәр ойошмаһы 2022 йылдың көҙөндә асылды. Ҡатын-ҡыҙҙар яйына төшөнөп, дәртләнеп эшләйҙәр. Күп нимәгә бергәләшеп өйрәндек. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә йөн ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләйбеҙ, маскировка селтәрҙәре һәм нашлемниктар (баш кейеменә) үрәбеҙ, парафиндан блиндаж шәмдәре ҡоябыҙ, оҙаҡ яна торған шырпылар, “хәрби табуреткалар” (пятиточечник) яһайбыҙ. Райондан киткән һәр гуманитар конвойға беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар сәк-сәк, сәй үләндәре, киҫелгән туҡмас, тушенкалар, мендәрҙәр, кейемдәр һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡтар ебәрә. Маскировка селтәрҙәрен һалырға тоҡтарҙы, простыняларҙы йортомда үҙем тегәм һәм мендәрҙәр ҙә яһап килтерәм. Ҡыҙым яугирҙәргә браслеттар үрә. Был браслеттар 100 килограмм ауырлыҡтағы әйберҙәрҙе күтәрә ала, шулай уҡ уны яралыларҙы һөйрәү, ҡанды туҡтатыу өсөн жгут ролендә ҡулланырға була. Әйткәндәй, тәүҙә матералдарҙы ҡул менән киҫһәк, хәҙер киҫеү өсөн махсус ҡоролма эшләттек. Әлеге көндә 180-се маскировка селтәре үрәбеҙ инде. Аҙыҡ-түлекме, кейем-һалыммы һәм башҡа кәрәкле әйбер булһынмы – барыһы ла яугирҙәрҙең именлеге өсөн башҡарыла. Беҙ ҙә ир-егеттәребеҙҙән айырыла алмайбыҙ, улар менән бергә Ватан һағындабыҙ. Шуға ла ирекмәндәр штабын да “Ватан” тип исемләнек. Беҙгә шулай уҡ мәктәп һәм реабилитация үҙәге балалары ла булышлыҡ итә. Улар ҙа ҙур теләк менән өйрәнеп эшләй. Был матди яҡтан ғына ярҙам түгел, рухи яҡтан да күңел йылыһын өләшеү. Яу яландары командирҙарынан килгән Рәхмәт хаттары һәм яҡташтарыбыҙҙың телефон аша әйткән рәхмәт һүҙҙәре быны асыҡ дәлилләй, һәм аҙ булһа ла ярҙам итә алыуыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уята.

Дөйөм алғанда, аналитиктар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын ыңғай тип баһалай.

“Төбәк башлыҡтарының алдағы социаль-иҡтисади бурысы – яңы үҫеш тәртибен тәҡдим итергә мөмкинлек биргән белдерелгән стратегик пландарҙы ғәмәлгә ашырыу. Ул киләсәктә социаль-иҡтисади үҫеш темптарын һаҡлауҙы һәм арттырыуҙы күҙ уңында тота”, - тиелә докладта.

Республикала стратегик үҫеш программаһы – “Башҡортостан 3.0” былтыр уҡ әҙерләнә башланы. “Биш йылда эшләнергә тейеш төп параметрҙар бирергә мөмкин. Төҙөргә кәрәк объекттар, беҙгә кәрәкле инвестициялар буйынса аңлау бар, - тип һөйләне был турала Радий Хәбиров бер интервьюһында.

Уның һүҙҙәренсә, был – 2030 йылда республиканың ниндәй буласағын күреү. Программала макроиҡтисади күрһәткестәр, сәнәғәт индексы, инвестициялар индексы, уртаса эш хаҡы һәм башҡалар яҙылған. Программаның социаль өлөшө президент иғлан иткән маҡсатлы күрһәткестәр менән ауаздаш.  

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас