“Виктория” балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Йөрәктән йөрәккә” хәйриә акцияһы үтте. Хәҙер инде был сара изге бер йолаға әүерелеп бара. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡатнашты.
- Һеҙҙең менән күптән көтөлгән осрашыуға бик шатмын. Иң көслө, игелекле, киң күңелле һәм аҡыллы атай-әсәйҙәргә балаларын шундай сағыу, матур сараға алып килгәндәре өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Һеҙ бөгөн улар менән бергә яҡшы энергия, күңел, рух күтәренкелеге һәм, әлбиттә, төрлө өлкә белгестәре менән осрашып, кәрәкле мәғлүмәт ала алаһығыҙ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – бөтә балалар ҙа бер тигеҙ булырға, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә тейеш һәм беҙ бының өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ.
Яңыраҡ Президент гранттары фонды тарафынан ярҙам алған проект тормошҡа ашырыласаҡ. Район Мәҙәниәт һарайының икенсе корпусында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн һөнәри әҙерлек үҙәге үҙ ишектәрен асасаҡ. Бында улар ике йүнәлеш - кейем тегеү һәм сувенир продукцияһы әҙерләү буйынса күнекмәләр үтәсәк. Һәр кем үҙ эшен башлау һәм продукцияһын һатыу өсөн белем аласаҡ. Бынан тыш, психологтар менән консультациялар, арттерапия ойоштороласаҡ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Сараның программаһы бик мауыҡтырғыс итеп әҙерләнгән. Аниматор һәм тылсымлы әкиәт персонаждары балаларға сағыу, күңелле тамаша ойошторҙо. Балалар рәхәтләнеп уйнанылар, күңел астылар. Кемдер ҙур теләк менән үҙ ҡулдары менән ваҡ-төйәк нимәләр эшләү, һүрәт төшөрөү, москит сеткалары үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ҡыйыуҙар һәм көслөләр спорт бәйгеләрендә ярышты. Лагерь сәхнәһендә “Йондоҙ” бейеү ансамбле һәм үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән иң сағыу концерт программаһы тәҡдим ителде. Сарала район Мәҙәниәт һарайы артистары ғына түгел, хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар Светлана Федорова, Урал Солтанморатов, Илшат Вәлиев, Лилиә Байғусҡарова, Николаевка моделле ауыл клубының ҡалаҡ менән уйнаусылар ансамбле (етәксеһе Алина Степанова) һәм башҡалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Тамаша йылы һүҙҙәргә, йыр-моңға, бейеүҙәргә бай булды. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде.
Күңел асыу сараларынан тыш хәйриә акцияһы сиктәрендә ата-әсәләр өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда улар төрлө яҡлы белгестәр менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. “Изге йөрәк” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Пенсия һәм страховкалау фонды, район үҙәкләштерелгән дауаханаһы, ғаилә хеҙмәте, халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға етди ярҙам күрһәтәсәктәре, уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит, реабилитация системаларын булдырыу, көндәлек проблемаларын хәл итеү һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Сара йылы һәм уңайлы мөхиттә үтте һәм йола буйынса тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре иңдәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, уларҙан икеләтә сабырлыҡ, наҙлылыҡ талап ителә. Шуға күрә физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға ҡарата иғтибарлыҡты, хәстәрлекте йәлләмәйек, ярҙамыбыҙҙан ташламайыҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.