Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡырағай хайуандарҙың һанын иҫәпләү эше тамамланыуын хәбәр итә. Ул биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2024 йылда министрлыҡ инспекторҙары республиканың 28 мең километрҙан ашыу һунар майҙанын тикшергән.
2023 йыл менән сағыштырғанда мышылар һаны 14,6 процентҡа, боландар — 22,3 процентҡа, һеләүһен — 28,4 процентҡа, айыу — 11,6 процентҡа, ҡондоҙ — 14 процентҡа, һуйырҙар 17,8 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡырағай ҡабандар һаны 5,1 процентҡа, төлкөләр 9,6 процентҡа кәмегән.
- Һуңғы 10 йылда Башҡортостанда ҡырағай хайуандарҙың төп төрҙәре: мышы, илек, болан, һеләүһен, бурһыҡ, ҡуяндар һаны артҡан. Мәҫәлән, Башҡортостанда 36 меңдән ашыу мышы, 35 мең болан, бер меңдән ашыу һеләүһен, 10 меңгә яҡын бурһыҡ бар.
Башҡортостанда яҡынса 650 бүре, 2,5 меңдән ашыу айыу, 14 меңдән ашыу тейен, 29 мең ҡуян бар. Ҡырағай ҡабандар һаны 10 меңдән ике меңгә тиклем кәмегән, - тип хәбәр итә Нияз Фазылов.
Ә һеҙ урманда ниндәй хайуан менән күҙгә-күҙ осрашҡанығыҙ бар?
Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.