Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 09:02

84 йәшлек инәй нилектән батҡан?

20 июндә юғалған өлкән йәштәге кешене кисә йылғанан тапҡайнылар...

84 йәшлек инәй нилектән батҡан?84 йәшлек инәй нилектән батҡан?
84 йәшлек инәй нилектән батҡан?

20 июндә юғалған өлкән йәштәге кешене кисә йылғанан тапҡайнылар...

Мәсетле районының Әлегәҙ ауылы кешеһен бер аҙна эҙләгәндән һуң, уның үле кәүҙәһен балыҡсы ир Әй йылғаһынан табып ала. Был урын ауылдан ағым ыңғайына түбәнерәк ерҙә була.

Инәйҙең нилектән батыуы тураһында һорау тыуҙы. Оло кеше һыу инергә йыйынмағандыр бит инде.

Әйтеүҙәренсә, ул юғалған ерҙә кисеү була, урындағы халыҡ бынан йылға аша сығып йөрөй. Күрәһең, инәй ҙә ҡайҙалыр барырға йыйынған, әммә ағымға ҡаршы тора алмай йә яҙа баҫып, һыуға сумған да сыға алмағандыр.

Өлкән йәштәге туғандарығыҙға һәм балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас