Беҙ быға тиклем дә Фидан Ғафаровтың икенсе ғаиләлә үҫкән ҡыҙы, уларҙың үҙ-ара матур мөнәсәбәттә булыуы, Самираның атаһының концерттарында сығыш яһауы тураһында яҙғаныбыҙ бар ине. Яратҡан йырсыбыҙ үҙе лә электән үк ҡыҙы барлығы тураһында йәшермәне. Концерттары ваҡытында ла был хаҡта һөйләгәне бар. "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ҡыҙы менән төшкән фотоһүрәттәре, концерттан сығыштарын да ҡуйғаны бар.
“Ҡыҙым тураһында ҡатыным да, улым да белә. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Ҡыҙымдың исеме Самира”, - тигәйне халыҡ артисы бынан бер нисә йыл элек "Интертат"ҡа биргән интервьюһында.
Быйыл май айында Фидан Сафа улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙының тыуған көнө айҡанлы матур яҙма менән дә уртаҡлашты. "2009 йылдың 8 майында донъяға килде Ғафарова Самира Фидан ҡыҙы. Бөгөн минең берҙән-бер яратҡан ҡыҙымдың юбилейы – 15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!" тигән ине ул.
Әлбиттә, йырсының бындай яҙмалары төрлө кешелә төрлө тәьҫир тыуҙыра, аңлап етмәүселәр ҙә бар, әммә күпселек яратҡан артисының тормошон биҙәп ҡыҙы үҫеүенә шатланыуын белдерә, "Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәгеҙ!" тип яҙа улар.
Фидан Ғафаровтың Самира менән башҡарған матур йыры ла бар. Ул унда уға: "Ҡыҙым - Сулпан йондоҙом!" тип өндәшә. Яратҡан йырсыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ә Самираға бәхетле, матур киләсәк теләйбеҙ!
Фото һәм видео: Ф. Ғафаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.