Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 10:43

Июль ниндәй буласаҡ?

Йәй эҫе булырға тейештер инде ул, шулаймы? Юҡһа, ҡыҫҡа ғына йылы миҙгелдә лә ҡыҙынмаһаң, ҡояшҡа ҡыуанмаһаң, яна-бешә еләк йыймаһаң йә бесән сапмаһаң, ул ниндәй йәй була инде?!

Июль ниндәй буласаҡ?Июль ниндәй буласаҡ?
Июль ниндәй буласаҡ?

Йәй эҫе булырға тейештер инде ул, шулаймы? Юҡһа, ҡыҫҡа ғына йылы миҙгелдә лә ҡыҙынмаһаң, ҡояшҡа ҡыуанмаһаң, яна-бешә еләк йыймаһаң йә бесән сапмаһаң, ул ниндәй йәй була инде?!

Белгестәр фаразлауынса, июль йәйҙең иң эҫе айы буласаҡ. Һм, был электән шулай, фаразларға ла кәрәкмәй. Эҫелеккә эҫе ул, тик ҡояшы ла йыш ҡына болот артына ҡасасаҡ икән. Йәғни, аяҙлы-болотло көндәр күҙаллана, салт аяҙҙары бер нисә көн генә.

Рәсәйҙең Үҙәк федераль округында ай башынан уҡ аяуһыҙ эҫе буласаҡ, ти синоптиктар. Тәүге декадала температура +27,+33 градус самаһы күҙалланһа, июлдең икенсе яртыһынан тағы ла күтәреләсәк. Башҡортостанда уртаса температура +28 градус тип күҙаллана.

Атлантиканан эҫе һауа массаһы килә һәм ай уртаһынан һуң эҫелек +35 градус буласаҡ. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙә лә, уртаса температура +30, +32 градус.

Ямғырҙар ҙа яуа. Тик белгестәр иҫкәртеүенсә, яуым-төшөм эҫелектән әллә ни ҡотҡара алмаясаҡ. Дөйөм алғанда, эҫе һәм томра көндәр август башына тиклем дауам итеүе ихтимал.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас