Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 06:16

Билдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткән

“Башҡортостандың гүзәллегенә һоҡланып бөтә алмайым” ти талантлы егет    

Билдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткәнБилдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткән
Билдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткән

“Йыл һайын ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына йыш сығабыҙ. Бөрйәндә  “Шүлгән-таш” мәмерйәһенә, Баймаҡта Талҡаҫ, Граф күленә йөрөргә яратабыҙ. Салауат районын үрле-ҡырлы йөрөп сыҡтыҡ. Быйыл Белорет районында Йөйәк ауылында булдыҡ. Бында бер эшҡыуар Ҡыҙыл яр тигән урында турбаза асҡан. Бик матур итеп эшләгәндәр. Бер нисә йыл элек бында мал йөрөһә, бөгөн бында хатта сит илдән ҡунаҡтар килә. Германиянан туристар килгәнен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек.

Туризм беҙҙә йылдан-йыл үҫешә. Яр буйҙарында матур урындарҙы алып, таҙартып, шунда ял итеү урындары булдырғандарға һоҡланам. Шулай булырға тейеш. Кеше ял иткән мәлдә лә тәбиғәткә мөмкин тиклем аҙыраҡ зыян килтерһен ине”, - ти Илнур.

Ә һеҙ быйыл ҡайҙарҙа ял итеп өлгөрҙөгөҙ? Әле йәйҙең ике айы бар. Тағы ҡайһы ерҙәрҙе күрергә иҫәп тотаһығыҙ?

 

Фотолар Илнур Ишембаевтың сәхифәһенән алынды.

Билдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткән
Билдәле йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев Ҡыҙыл ярҙы үҙ иткән
Автор:
Читайте нас