2023 йылдың апрелендә Салауат ҡалаһында йәшәүсе йәш егет урындағы кафеларҙың береһенән шаурма һатып алған. Ашағандан һуң өс сәғәт үткәс, 25 йәшлек Дмитрийҙың хәле насарая башлай.
Уның ата-әсәһе шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтен саҡыра. Йәш егет комаға китә, уның бөйөрҙәре, үпкәһе һәм бауыры эшләүҙән баш тарта. Биш көн буйына реанимацияла ятҡандан һуң ғына Дмитрий аңына килә. Уны шунда уҡ санавиация менән Өфө дауаханаһына оҙаталар. Баш ҡала табиптары егеткә “сальмонелла менән киҫкен ағыуланыу” тигән диагноз ҡуя. Ошонан һуң егет оҙаҡ дауаланыу үтә, әммә һаман да тулыһынса һауығып китә алмай.
Зыян күреүсе кафены судҡа биргәс, уның хужаһы егеткә 800 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш тигән ҡарар ҡабул ителә. Тик улар аҡса түләүҙән баш тартҡан. Дмитрий әйтеүенсә, ошо осраҡ буйынса башҡа зыян күреүселәр ҙә бар.
Фото: БашДТП.