Бөгөн блогер, ике аяҡһыҙ көйө лә ауырлыҡтарға бирешмәгән яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы ҡыуаныслы хәбәрен уртаҡлашты.
- Ниһайәт, Ирәмәл түбәһенә мендем. Ямғыр аҫтында 15 километрҙы 17 сәғәттә үтеп, теләгемә өлгәштем. Устарым ауырта башлағас, бер аҙ йоҙроҡтарымда барырға тура килде. Минән гел генә, Рөстәм, ниңә Башҡортостан тауҙарын урап үтәһең, тип һорай торғайнылар. Ысынлап та. Бына хәҙер был хәл төҙәтелде. Алда - Арарат тауы, - тигән ул.
Донъяның иң бейек нөктәләренә менгән ҡыйыу егет, ниһайәт, үҙебеҙҙең көс биргән Ирәмәлгә артылды.
Афарин! Хәйерле юлдар һиңә, Рөстәм!
Фото һәм видео сығанағы: Р. Нәбиев.