Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2024, 16:21

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һалҡынса һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡлана

Синоптиктар фаразы буйынса, был аҙнала республикала һалҡынса, ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һалҡынса һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡланаБашҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һалҡынса һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡлана
Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һалҡынса һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡлана

Бөгөн, 25 июндә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +13, +18°.

Шаршамбы, 26 июндә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°.

Кесаҙна, 27 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +14, +19°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-25/prohladnaya-pogoda-i-dozhdi-sohranyatsya-v-bashkirii-do-kontsa-nedeli-3821542

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
 
Автор:
Читайте нас