Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2024, 16:26

Телеңде йоторлоҡ джем

Ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләһәгеҙ ҙә, һалҡын миҙгелгә тиклем ҡалмай ул

Телеңде йоторлоҡ джемТелеңде йоторлоҡ джем
Телеңде йоторлоҡ джем

Ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләһәгеҙ ҙә, һалҡын миҙгелгә тиклем ҡалмай ул

Баҡса еләге – 1 кг

Шәкәр – 0,5 кг

Желе яһай торған ҡатышма (Желфикс 2:1) – 1 ҡап

Әгәр ҙә һеҙ ҡуйы джем яратаһығыҙ икән, “Желфикс”ты 1:1 нисбәтендә ҡулланығыҙ, йәғни бер ҡап желе ҡатышмаһы, бер килограмм еләк.

Таҙартылған еләкте блендерҙа иҙергә.

Ҡайнатыу өсөн ҙурыраҡ һауыт һайларға, ни өсөн тигәндә, күпереге күп буласаҡ.

Желфикс”ты ике-өс ҡалаҡ шәкәр менән бутап, еләк иҙмәһенә һалырға һәм яҡшылап болғарға. Ҡайнап сығыр алдынан да гел болғап торорға. Ҡайнағас, ҡалған шәкәрҙе лә һалып, болғай-болғай тағы өс минут утта тоторға. Ярты сәғәттә әҙер булырға тейеш.

Күпереген алырға ла, алдан стерилләп әҙерләп ҡуйған банкаларға һалырға. Әлбиттә, яңы ғына әҙерләнгән джем менән ғаилә ағзаларын һыйларға. Бәлки, ҡышҡа ҡалмаҫ та...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас