Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2024, 15:06

"Маймылдар" һыу инергә барған...

17 йәшлек үҫмер ата-әсәһенең өйҙә булмауынан оҫта файҙаланған.

"Маймылдар" һыу инергә барған..."Маймылдар" һыу инергә барған...
"Маймылдар" һыу инергә барған...

Бәләбәй районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре машина түбәһендә һәм капотында пассажирҙар ташыған 17 йәшлек ВАЗ-2110 автомобиле водителен тотҡан. Үҫмерҙәр транспортты маймыл кеүек һырып алып, Ҡандракүлгә һыу инергә йүнәлгән булған.

Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә битараф булмаған кешеләр хәбәр иткән. Улар чат-ботҡа автомобиль түбәһендә һәм капотында ултырып унлаған үҫмерҙең китеп барыуын төшөргән видеояҙманы ебәргән.

Баҡһаң, 17 йәшлек үҫмер, ата-әсәһенең өйҙә булмауынан файҙаланып, дуҫтарын машинала йөрөтөргә уйлаған. Тәртип боҙоусыға ҡарата ике административ материал төҙөлгән: машина менән идара итеүгә танытмаһы булмайынса рулгә ултырғаны һәм кешеләрҙе ташыу ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итә.

Бынан тыш, автомобиль пассажирҙары ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға тапшырылған.

Фото: Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы.

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас