Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килеп еткән мәлдә йорттоң ҡыйығы янған була. Утты һүндереүгә 23 янғын һүндереүсе һәм 7 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын 450 квадрат метр майҙанда һүндерелә. Зыян күреүселәр юҡ.
Биш фатирҙың өсөһөндә 10 кеше, шул иҫәптән 5 бала йәшәгән. Район хакимиәте янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итә. Әлегә улар туғандарында.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен ваҡытында йортто нисек һаҡларға кәрәклеген иҫкә төшөрә: иң ышаныслы ысул - бинаға йәшендән һаҡлау системаһын урынлаштырыу. Ул йәшенде "тотоп", разрядты ергә ебәрә, йортҡа бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.
Фото: МЧС РБ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите