Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Июнь 2024, 05:08

Яу яланына - еңел машина

Беҙҙең Үтәгән ауылы уңған, тырыш кешеләре менән элек-электән дан тотҡан ауылдарҙың береһе. Хеҙмәт батырыбыҙ Банат Батырова, академигыбыҙ Ғайса Хөсәйенов, филологыбыҙ Роберт Баймов, актерыбыҙ Әхәт Хөсәйеновтар менән билдәле булһаҡ, һуңғы йылдарҙа “Ҡабаҡфест” байрамы үткәреп, “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашып, тирмә отоп танылып ятҡан көнөбөҙ.

Яу яланына - еңел машинаЯу яланына - еңел машина
Яу яланына - еңел машина

Ауыл өсөн генә янып-көйөүҙән тыш, илебеҙ тыныслығына, еңеүебеҙгә булышлыҡ итеүсе ир уҙамандары ла йәшәй беҙҙә.
Күптән түгел ауылдашыбыҙ Илфат Моратов махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан апаһының улы Радис Ишбулдин менән ултырып һөйләшеп бер ҡарарға киләләр.
Илфат Риз улы мобилизацияның тәүге көндәренән үк МХО-ла ҡатнашҡан ҡустыһы Радисҡа үҙенең “ВАЗ-2107” машинаһын биреп ебәрә. Радистың әйтеүенсә, яу яланында бындай еңел машиналар бик кәрәк.
Яугирҙәребеҙ һеҙҙе иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.
Хәтмулла Бикташев.
Үтәгән ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас