Атайым Ғәйнулла Сәлимйән улы 1912 йылда Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Фәғилә менән Сәлимйән Ғимрановтарҙың ишле ғаиләһендә тыуа. Олатайымдың ғүмере бик ҡыҫҡа була. Олатайым вафат булғас, ғаилә мәшәҡәттәре атайыма тороп ҡала. Әсәһенә кесе туғандарын ҡараша, йорт эштәрен башҡара. Әсәһе лә вафат булғандан һуң туғандары етемлекте тоймаһындар өсөн уларҙы үҙенең ҡурсауына ала. Атайым берҙән-бер байлығы булған атын алып коллектив хужалыҡҡа инә. Йәшлеген комсомол менән бәйләй. Беренселәрҙән булып комсомол сафына ағза булып инеү өсөн ғариза яҙыуы тураһында тәьҫирләнеп, шатланып һөйләгәне әле лә хәтеремдә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атайым хәрби комиссариаттан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Бер нисә ир-егет бер көн эсендә йыйынып һуғышҡа китә. Ленинград өлкәһенең Пушкин ҡалаһы өсөн барған фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә ҡулына снаряд ярсығы эләгеп, атайым ныҡ яралана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланғандан һуң, уны хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк уға “Искра” колхозы рәйесе вазифаһы ышанып тапшырыла. Артабан 1972 йылға тиклем Ҡарлыманбаш ауылының алыштырғыһыҙ бригадиры була. Ауыл халҡы алдында ихтирамлы, абруйлы булып йәшәне ул. Өйөнән кеше өҙөлмәне. Үҙ халҡының ысын патриоты, күркәм холҡо, донъялыҡта башҡарған изге ғәмәлдәре менән үҙен белгән бөтә кешенең оло ихтирамын яулаған шәхес булды. “Фашистик Германияны еңеүҙең ҡырҡ йыллығы” миҙалы менән бүләкләнгән.
Әсәйем Әминә Ниғмәтулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, алты балаға – өс ҡыҙға һәм өс малайға ғүмер бирәләр. Уларҙы үҙҙәре өлгөһөндә эшһөйәр, тырыш итеп тәрбиәләйҙәр.
Улдары Робин 1966 йылда хеҙмәткә алынып, Һарытау өлкәһендә хәрби- һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Уның улы Илһам 1991 йылда Армия сафына алына. Төньяҡ флотта хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы Эске эштәр органында маҡтаулы хеҙмәткәр булып хеҙмәт итә.
Илһамдың улы Тимур ҙа олатаһы һәм атаһы кеүек ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған сағында армияға алына һәм олатаһы кеүек хәрби һауа көстәрендә маҡтаулы һалдат хеҙмәтен үтә. Ил алдындағы бурысын теүәл үтәп ҡайтҡас, юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә. Ғаилә ҡора.
Атайым Ғәйнулла, уның улы Робин, Илһам Робин улы һәм Тимур Илһам улы – дөрөҫ уй-фекерҙәр йөрөткән, тормош һынауҙарына бирешмәй, йәшәү йәмен табып, илһөйәрлек рухын тәрбиәләп йәшәгән дүрт быуын. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлек һәр быуындың күңелендә һаҡланһын, тигән теләк менән яҙҙым.
Роза ҒИМРАНОВА,
хеҙмәт уҙаманы.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.