Кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итеүселәр һөнәри байрамын билдәләй. Улар бар көсөн һалып, халҡыбыҙҙың күңел торошон, рухын үҫтерергә тырыша. Айгөл Хәмитованың мәҙәниәт өлкәһендә эш башлауына күп түгел. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул эшенең айышына төшөнөп, тырышып эшләп йөрөй. Ул яратҡан һөнәренә бар күңел йылыһын һәм тырышлығын һала.
– Уҡыған саҡтан ауыл мәҙәниәт усағын күтәрергә хыялландым, үҙемсә пландар төҙөнөм. Бына, ниһайәт, хыялдарымды әкренләп тормошҡа ашыра башланым, - ти ул.
Айгөл Хәмитова Үрге Төкөн ауылында ишле ғаиләлә дүрт ир бала араһында төпсөк ҡыҙ булып тыуа. Бала сағынан ағалары ҡарамағында һаҡлаулы ла, яҡлаулы булып үҫә. Малайҙарҙан һуң тыуған ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһе лә, ағалары ла ҡулдарынан төшөрмәй генә үҫтерә. Иркә, йомшаҡ күңелле булып буй етә. “Арыш араһында бер бөртөк бойҙай”, тип әйтә торғандар ине, ти ул.
- Урындағы мәктәптә башланғыс класты тамамлағас, 11-се класты Түбәнге Төкөн урта мәктәбендә тамамланым. Урта мәктәптән һуң документтарымды Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының клуб саралары режиссеры факультетына тапшырҙым. Әммә әсәйем ауырып китеү сәбәпле, уҡыуымды ташлап ҡайтырға тура килде, - ти Айгөл.
Ауылға ҡайтҡас, ҡыҙ баш көллө донъя мәшәҡәттәренә сума. Йәйге бесән, көҙгө йәшелсә-маҙарҙы теүәлләп урынлаштырыу, көҙгө себештәрҙе һанай торған мәл йылдан-йыл әйләнеп кенә тора. Тырыш, уңған ҡыҙҙы Мөкәй ауылы егете Илшат Хәмитов күреп ҡала. Танышып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң егет өйләнешергә тәҡдим яһай. Ләкин, әсәйемде ташлап китә алмайым, тип ҡыҙ егеттең тәҡдимен кире ҡаҡһа ла, егет үҙ һүҙендә тора. Йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар. Иренең тыуған ауылында йәшәй башлайҙар. Айгөл З.Вәлиди исемендәге колхозда сөгөлдөр эшләй, ауыл фермаһында быҙау ҡарай. Тормош иптәше лә колхозда механизатор булып эшләй. Ике йыл унда йәшәгәс, улар Үрге Төкөнгә күсеп ҡайтырға ҡарар итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы Кәшфулла ағай менән әсәһе Миңлегөл апай бик иртә бер-бер артлы фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсәләр. Йорттоң ҡотон һүндермәйек тип йәш ғаилә атай йортонда төпләнә. Хеҙмәт юлдарын колхозда дауам итәләр.
Элек-электән ата-бабаларыбыҙ солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, был кәсепте быуындан-быуынға мираҫ итеп ҡалдыра килә. Хәмитовтарҙың да умартасылыҡ яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Күптән түгел Айгөл Кәшфулла ҡыҙын ауыл клубына эшкә саҡыралар. Бөгөнгө көндә ул яратҡан һөнәре буйынса эш башлап ебәргән.
- Беҙҙең ауыл клубы ҙур, матур ине, гөрләп торҙо. Ҡыҙғанысҡа, ут тоҡанып, бер көн эсендә клубыбыҙ янып юҡҡа сыҡты. Башланғыс мәктәп ябылғас, мәктәп бинаһы буш ултырмаһын тип, уны клуб итеп ҡалдырҙылар.
Мин бында күптән түгел генә эшләй башланым. Бәләкәйҙән ошо өлкәлә эшләргә теләгем булғас, өйрәнеп китеүе ҡыйын булманы. Тәү тапҡыр ауыл балаларын йыйып, Әсәләр көнөнә матур концерт программаһы әҙерләнек. Ололар ҙа сараларҙа ҡатнашырға теләк белдереп, клубҡа бик әүҙем йөрөй башланылар. Беренсе тапҡыр улар менән Яңы йылға байрам концерты үткәрҙек. Клубта алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Ауыл халҡы бик оҡшатты, ҡәнәғәт ҡалды. Тамашасылар һәр сығышыбыҙҙы алҡыштарға күмде. Шулай итеп, бергәләшеп гөрләтеп эш башлап ебәрҙек. Элекке “Мәләш” вокаль ансамблен фольклор коллективы итеп төҙөнөк. Коллективыбыҙҙың исеме тураһында ныҡлап уйландыҡ. Үрге Төкөн ауылы Мәләш йылғаһы, Ҡаракүл, Көшкәр күлдәре менән дан тота. Уларҙың һыуҙары саф һәм шифалы. Шуға күрә берҙәм уйға килеп фольклор коллективҡа “Мәләш” исемен ҡалдырырға ҡарар иттек.
Коллективҡа әүҙем, ижади кешеләр йыйылған. Районда үткән сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Быйыл беренсе тапҡыр “Мәләш” коллективы менән сит районға сыҡтыҡ. Шишмә районында үткән “Мин яратам һине, тормош” исеме аҫтындағы конкурста ҡатнаштыҡ. Унда ҡатнашып, шундай сараларҙы үҙебеҙҙә лә үткәрергә кәрәк тигән фекергә килеп ҡайттыҡ.
Коллективҡа милли стилдәге сәхнә кейеменә заказ бирҙек. Тиҙҙән әҙер буласаҡ. “Мәләш” фольклор ансамблендә ун бер ҡатын-ҡыҙ һәм бер гармунсыбыҙ бар. Вәзих Бикҡужин - һәр бер сығышыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Әйткәндәй, ул гармунға ҡушылып йырлап, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итә.
Былтыр сентябрь айында ауылыбыҙҙа «Һөт байрамы» ойошторҙоҡ. Сараның маҡсаты ауылды данлау, халыҡтың йәшәйешен күрһәтеү ине. Был байрам беҙгә бик яҡын булды, сөнки һәр йортта күпләп мал тоталар. Байрам бик күңелле һәм ойошҡан үтте. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар һөттән төрлө ризыҡ әҙерләне. Киләсәктә ул ауылды данлап торған оло бер йолаға әүерелер, тип уйлайым.
Апрель айында Ефремкин ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Өләсәйем һандығы” район фестиваль-конкурсында ҡатнаштыҡ. Унда беҙҙең “Мәләш” фольклор коллективы “Ҡаҙ ҡанатын һыҙырыу” йолаһын күрһәтте.
Апрель айында һөнәри байрам уңайынан район Мәҙәниәт һарайында ҙур сара үтте. Унда беҙҙең ауыл клубының хеҙмәтен күреп ихтирам менән телгә алып үттеләр. Тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһе итеп ноутбук һәм колонка тапшырҙылар. Быға бик шатландыҡ, ул беҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә этәргес булды.
Бөтә ерҙә лә күңелеңде биреп эшләргә кәрәк. Халыҡты мәҙәниәткә күберәк ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн яҡшыраҡ шарттар булдырырға кәрәк. Шул уңайҙан төрлө программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын алыштырыуға өлгәштек. Бынан тыш, уҙған йылда клубтың биш тәҙрәһен пластик тәҙрәләргә алыштырҙыҡ. Йыл һайын косметик ремонт эштәре башҡарабыҙ. Клубта интернет бар, тағы ла һыу үткәрергә ниәтләйбеҙ.
Уҙған йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынды яуланыҡ. Конкурс барған ҡыҫҡа ваҡытта берҙәм булып, маҡсатҡа ынтылыусан, татыу, матур ауыл итеп үҙебеҙҙе танытырға тырыштыҡ. Бик күп конкурсанттар араһында өсөнсө урынды яулау – ул оло мәртәбә. Тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһе итеп 60 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булдыҡ. Был суммаға клубҡа музыка аппаратураһы алырға ниәтләйбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа халыҡты мәҙәниәт усаҡтарында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”, “Беҙ – бергә!” акциялары берләштерә. Шул рәүешле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн ярҙам күрһәтелә. Аҙыҡ-түлектән посылкалар йыйыу булһынмы, маскировкалау селтәрҙәре үреүме, йылы ойоҡбаштар бәйләүме – бар эшкә лә халыҡ дәррәү ҡушыла. Һәр эштә минең уң ҡулым, оло ярҙамсым, яңы идеялар менән сығыш яһаусы Сажиҙә Байғусҡарова менән кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Миңнира Зәйнуллина шәхсән сәхнә шаршауҙары, гардиндар алды, хатта ремонт өсөн етмәгән осраҡта буяуын, цементын да алып бирҙе. Күршем Фирҙәүсә Көҫәпҡолова иң беренселәрҙән булып йүгереп килеп етә. Ғөмүмән, ауылыбыҙҙың киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәүселәрҙең һәр береһенең ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтлемен, - ти Айгөл.
Яратҡан эшенән илһам, көс-дәрт алыусы Айгөл Кәшфулла ҡыҙы ғаиләһендә лә бәхетле. Уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй һәм һөйөклө тормош иптәше лә. Хәмитовтарҙың татыу ғаиләһендә өс малай үҫә. Балалары үҙҙәре кеүек тырыш, уҡыу алдынғылары, мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Айгөл ҡәйнәһен Ғәҙилә Хөрмәтулла ҡыҙын үҙҙәренә алып ҡайта. Килен менән ҡәйнә бынамын тигән татыу йәшәп китә.
Йорт тирәһендә лә өлгөрә. Иптәшен, балаларын тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һыйлай. Ғаиләһе - Айгөлдөң иң оло ярҙамсылары, уны аңлап, һәр башланғысын ҡеүәтләп тороусы. Әйткәндәй, Айгөл Кәшфулла ҡыҙы моңло итеп йырлай, шиғырҙар ҙа яҙа.
- Бәләкәйҙән шиғыр яҙҙым. Әле лә ваҡыт булғанда күңелемә килгән хистәрҙе аҡ ҡағыҙға теркәргә тырышам. Шиғриәт – ул серле, мөғжизәле бер донъя. Уны гиҙер өсөн ваҡыт тигәнең генә бер аҙ тығыҙыраҡ, - ти ул.
Бына шундай талант эйәһе йәшәй Үрге Төкөн ауылында.
Киләсәктә маҡсаттарығыҙҙың ғәмәлгә ашыуын, ижад ҡомарығыҙҙа уңыштар теләйем.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.