+24 °С
Дождь
Беҙҙең районда Ватанды һаҡларға һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә әҙер булған ҡырмыҫҡалыларға өҫтәмә түләүҙәр булдырылды.
- Бер йылдан башлап контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү 500 мең һум тәшкил итәсәк. Был – илдең Оборона министрлығынан 195 мең һум, Башҡортостан Республикаһынан 205 мең һумға өҫтәп беҙҙең райондан 100 мең һум бирелә. Артабан хеҙмәт хаҡы башҡарылған бурыстарҙың төрөнә ҡарап иҫәпләнәсәк, - тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.
Юлиә СОЛТАНОВА.