Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
20 Июня 2024, 05:04

Бер мәл бәхетле ғаиләне селпәрәмә килтерҙе

Әсәнең бер нисә минутҡа балаһын күҙ уңынан ысҡындырыуы ҡот осҡос фажиғәгә килтерҙе... 

Бер мәл бәхетле ғаиләне селпәрәмә килтерҙеБер мәл бәхетле ғаиләне селпәрәмә килтерҙе
Бер мәл бәхетле ғаиләне селпәрәмә килтерҙе

Эҫе көндәр кешеләрҙе күберәк һыу буйында ял итеүгә етәрә. Тик рәхәтләнеп һыу инеү, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәһәң, фажиғәгә килтерә. Кешеләр һыуға батып үлә. Айырыуса, бәләкәй балаларҙың ғүмере өҙөлһә ныҡ йәл. Ошондай йән өшөткөс хәл күптән түгел Благовещен районында булды. Бында ике йәше лә тулып өлгөрмәгән сабый урамға ҡуйылған каркаслы бассейнда батып үлде. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе.

Фажиғә 18 июндә райондың Осиповка ауылында булды. Дүрт балаһы менән әсә кеше йәйгелеккә ауылға ял итергә ҡайтҡан. Улар йыл һайын ялдарын Башҡортостанда үткәргән, ә башҡа ваҡытта Ямал-Ненец автономлы округының Губкинский ҡалаһында йәшәй. Сығыштары менән икеһе лә Өфөнән булыуы билдәле.

Был юлы ғаилә башлығы Себерҙә эштә тороп ҡалған була. Фажиғә көнөндә бала өлкән ағай-апайҙары менән ихатала уйнаған. Урамда һыу тултырылған каркаслы бассейн ҡуйылған була. Был ваҡытта әсәләре лә тышта, алыҫ булмаған урында йөрөй. Бер мәлдә бәләкәй бала күҙ уңынан ысҡына. Күп тә үтмәй уны бассейнда табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәлдә бала батып үлгән була.

Күп балалы ғаилә Осиповкала был йортто бер нисә йыл элек алған булған. Ауыл советында уларҙы беләләр, тыныс ғаилә тип ҡылыҡһырлайҙар.

– Әсәһе күреп өлгөрмәгән, барыһы ла бик тиҙ килеп сыҡҡан, улы бассейнға төшөр тип уйламаған да, – тигән ауыл советы рәйесе Ура.ру баҫмаһына.

Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова ла күп балалы ғаилә юлыҡҡан фажиғә тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

“Кисә беҙҙең районда ике йәше тулмаған бала батып үлде, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. – Бала ата-әсәһе менән йәйгеһен Осиповка ауылына килгән. Әсә балалары менән урамда йөрөгән, ләкин уларҙы контроле аҫтында тотмаған. Һөҙөмтәлә бала башҡа ғаилә ағзаларының иғтибарын ситкә китеп, бассейнға батып үлгән. Бер нисә минут бөтөн ғаиләнең тормошон селпәрәмә килтерҙе. Был минуттарҙы уларҙың һәр береһе хәтерләйәсәк, сөнки барыһы ла бөтөнләй башҡаса булыуы мөмкин ине бит”.

Шул уҡ кис Башҡортостандың Тәфтиш комитеты тикшереү ойошторҙо. Бөрө район-ара тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре Осиповкаға полиция хеҙмәткәрҙәре менән килгән. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына фажиғәнең нисек булыуын асыҡларға, малайҙың үлем сәбәптәрен һәм шарттарын билдәләргә кәрәк.

Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаларға иғтибарлы булайыҡ!

Фото: КП-Өфө. 

 

 

Автор:
Читайте нас