Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Июнь 2024, 10:10

Аҡ халатлыларға - ихтирам һәм хөрмәт

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә ауырыуҙарҙа йәшәүгә өмөт уятҡан иң изге һөнәр эйәләре - медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Аҡ халатлыларға - ихтирам һәм хөрмәтАҡ халатлыларға - ихтирам һәм хөрмәт
Аҡ халатлыларға - ихтирам һәм хөрмәт

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә ауырыуҙарҙа йәшәүгә өмөт уятҡан иң изге һөнәр эйәләре - медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Беҙҙе төрлө бәләләрҙән ҡотҡарған табиптар тормошобоҙҙоң алыштырғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар көнө-төнө беҙҙең тыныслыҡты, һаулығыбыҙҙы ҡот осҡос күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлай, төрлө сирҙәрҙән һәм борсолоуҙарҙан ҡотҡара.
Байрам уңайынан район Мәҙәниәт һарайында тантаналы сара уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштарға, үҫеш юлдарына туҡталды.
- Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ. Донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һау­лығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа ул алға ҙур аҙымдар менән бара. Район халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе – Ҡырмыҫҡалы ауылында “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, балалар поликлиникаһы үҙ ишектәрен асты. Ул үҙенең бәләкәй пациенттарын ҡабул итә башланы ла инде.Дауахана заманса яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителә, матди-техник базаһы нығына. Заманса йыһазландырылған фельдшер-акушер пункты һәр ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект. Уҙған йылда Иҫке Бәпес, Үрге Төкөн, Иҫке Муса, Шайморатов һәм Бекетов ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Йыл аҙағына Арыҫлан ауылында шундай уҡ ФАП асыласаҡ,- тине Әлфир Фәрхәт улы.
Байрам тантанаһын дауам итеп, район башлығы Әлфир Фәрхәт улы фиҙаҡәрлек, һөнәргә тоғролоҡ һәм юғары профессионализм өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе юғары наградалар менән билдәләп, муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Нур диагностикаһы бүлеге мөдире, табип-рентгенологы Фәрит Еникеев һәм ҡабул итеү бүлегенең баш шәфҡәт туташы Альбина Хисамоваларҙың хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хатын һәм аҡсалата премия менән билдәләнде. Шулай уҡ Прибельский табип амбулаторияһының участ­ка табип-терапевы Наталья Селезнева “Башҡортостан Респуб­ликаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” түш билдәһе менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау минис­трлығының Маҡтау ҡағыҙы менән үҙәк район дауаханаһының ультратауыш диагностикаһы табибы Диляра Ғәлиева һәм физиотерапия бүлегенең массаж буйынса шәфҡәт туташы Ғаяз Исламов бүләкләнде.
Артабан үҙәк дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев үҙ сығышында барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларҙың иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүе хаҡында әйтеп үтте.
- Уҙған йылда күп эштәр башҡарылды һәм алда беҙҙе күп эштәр көтә. Берҙәм команда ярҙамында беҙ алдыбыҙға ҡуйылған барлыҡ маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырырбыҙ, ә район үҙәк дауаханаһы районда лайыҡлы һәм заманса сәләмәтлек һаҡлау өлкәһе булыр, тип ышанам, - тине Азамат Әмирйән улы һәм оҙаҡ йылдар район халҡы һаулығы һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәрен намыҫлы хеҙмәттәре өсөн үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән һәм район һәм республика кимәлендәге спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район поликлиникаһының стоматология бүлегенең теш табибы Марат Ғәйнуллин, терапия бүлегенең табип-терапевы Гөлнур Ҡолшәрипова, административ-­ида­ра итеү персоналының инженер-программисы Илмир Бикҡужин, клиник-диаг­ностика лабораторияһының фельд­шер-лаборанты Фәнүзә Миһранова, хирургия бүлегенең табип-хирургы Азамат Юлмөхәмәтов һәм поликлиниканың стоматология бүлегенең теш табибы-терапевы Гөлүзә Юлмөхәмәтова үҙәк дауаханаһы хакимиәтенең һәм проф­союз ойошмаһының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ эшенә тоғро кешеләр генә эшләй, улар киң күңеллеләр, сабырҙар, сөнки хеҙмәттәренә иң ҙур ҡиммәт – кеше ғүмере һәм һаулығы һалынған. Бөгөнгө наградалар – һеҙҙең ауыр, миһырбанлы хеҙмәтегеҙҙе, юғары

профессионализмығыҙҙы, кешеләр һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға индергән ҙур өлөшөгөҙҙө таныу ул. Һеҙҙе ихлас йөрәктән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ.
Сара һуңында район Мәҙәниәт һарайының артистары һәм үҙешмәкәрҙәр ҡатнаш­лығындағы матур йөкмәткеле, йылы концерт номерҙары тантана сәбәпселәренә бигерәк тә хуш килде. “Далан”, “Йондоҙ” һәм “Фантазия” ансамблдәре дәртле бейеүҙәре менән күңелдәрҙе елкендерһә, Фәрит Яҡшығолов, Дарья Якунина, Әлфиә һәм Филүс Шәңгәрәевтар, Ольга Исхаҡова, Гөлшат Ильясова һәм Гөлсинә Хәмәдийәрова, “Дәрт”, “Хорошие девчата” вокаль ансамблдәренең моңло йырҙары күңел ҡылдарссын тибрәтте.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас