“Добрый” ҡушаматлы хәрби хеҙмәткәр бер йыл элек РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм ағаһы артынан махсус хәрби операция зонаһына киткән.
- Контрактҡа ҡул ҡуйыу ҡарарына мин аңлы рәүештә килдем, сөнки ғаиләмде һәм барлыҡ туғандарымды яҡларға теләйем. Махсус хәрби операция зонаһында күп кенә дуҫтарым һәм ағайым хеҙмәт итә. Башҡаса булдыра алманым. Ағайым менән төрлө батальондарҙа хеҙмәт итәбеҙ, мөмкинлек булған һайын телефон аша элемтәгә сығабыҙ, - тип һөйләне ул.
“Добрый” тыумышы менән Прибельский ауылынан. Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө тармаҡ технологиялары колледжында техник йыһаздарҙы монтажлау һәм эксплуатациялау белгеслеге буйынса белем алған. Унан һуң Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Контракт төҙөгәнсе Өфө моторҙар төҙөү производство берләшмәһендә эшләгән.
Әлеге ваҡытта яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Алған яраһы бер аҙ төҙәлеү менән ул йәнә махсус хәрби операция зонаһына алдынғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.
Яңыраҡ уның тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булған – ул үҙенең һөйгән ҡыҙына өйләнгән. Уға һәм башҡа яугирҙәргә тиҙерәк тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса 2-14-78, 52-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Гөлназ ӘХМӘТЙӘНОВА.