Тайтояҡ (копытень) халыҡ телендә «шарап тамыры» тиеп атала. Халыҡ медицинаһында был үлән ярҙамында ашҡаҙанды, бауырҙы, үт ҡыуығын дауалайҙар. Шулай уҡ эскелектән ҡотолоу өсөн дә ҡулланалар. Нервы менән бәйле экзема арҡылы күтәрелгән тән температураһын төшөрә.
Бының өсөн бер балғалаҡ кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыу йәки һөт менән ебетәләр. Һыуынғансы көтөр кәрәк.
Әҙер дауаны ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
Тамырын ҡулланғанда былай эшләнелә:
Бер балғалаҡ онталған тамырҙы 500 мл ҡайнар һыу менән бешерәләр. 1 сәғәт төнәткәндән һуң дарыу әҙер була.
Был дарыу бронхит, бронхиаль астма, үпкә һәм йөрәк хәлһеҙлегенән ярҙам итә.
Әҙер дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Ә халыҡ биргән исеменә килгәндә, был үлән тамыры халыҡ медицинаһында алкоголь менән бәйле ауырыуҙар менән көрәшкәндә ҡулланыла. Бының өсөн бер аш ҡалағы тайтояҡ үләненә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 мин ҡайнаталар. Бер сәғәт төнәткәндән һуң дарыу әҙер була.
Был төнәтмәне ашағандан һуң ике-өс аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Быны йыш эскәндән һуң кешелә алкоголгә ҡарата ытырғаныу тойғоһо уяна.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: prodiau.ru