Мунсаны телгә алғанда беренсе булып нимә күҙ алдына килә? Әлбиттә, миндек (мунса япрағы). Унһыҙ мунсаны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Мунса миндеген әҙерләүҙең дә үҙ ваҡыты бар:
Ҡайын: июнь–июль уртаһы;
Кесерткән: июль;
Йүкә: июль-август уртаһы;
Тал: июль–август уртаһы;
Миләш: июль–август уртаһы;
Имән: август–сентябрь уртаһы.
Дөрөҫ әҙерләнгән
миндек сабыныу сараһы ғына түгел, һөҙөмтәле дауа сараһы ролендә лә сығыш яһай ала. Һис шикһеҙ, сабыныу менән массажлау – ҡан әйләнешен көсәйтеү, метаболизмды яҡшыртыу һәм тире күҙәнәктәрен асыу маҡсатында үткәрелгән иң мөһим мунса процедураларының береһе.
Фото: vsesvoi43.ru