Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәй күңелле ваҡиғанан башланды

Йәштәр ауылға ҡайтырға хыяллана...

Йәй күңелле ваҡиғанан башланды
Йәй күңелле ваҡиғанан башланды

Йәштәр ауылға ҡайтырға хыяллана...

Йәй күркәм ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең ҙур залында етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте. Ҡарламанбаш ауылында тыуып үҫкән Зәлиә Ибраһимова  – ике ул әсәһе, әле декрет ялында. Улар Өфөлә йәшәһәләр ҙә ауылға йәшәргә ҡайтырға хыялланалар.

– Шатлығымдың сиге юҡ! Фатирыбыҙ  Ҡырмыҫҡалы ауылының  үҙәгендә урынлашҡан. Ике бүлмәле! Тиҙерәк ремонт яһап, күсенәһе ине! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша әсә.

Зәлиә Рауил ҡыҙы һөнәре буйынса тәрбиәсе. Балалар баҡсаһына эшкә урынлашырға хыяллана.

Фатир асҡыстарын Алайғырҙан Алһыу Хәсәнова, Олокүлдән Алһыу Сөләймәнова, Ҡабаҡтан Алһыу Төхбәтуллина һәм Аделина Чкалина ла алды. Был көн Мария Мөхөтдинова өсөн дә шатлыҡлы булды.Ул федераль программа буйынса торлаҡ алыу өсөн аҡсалата сертификат алды.

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

 

 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: