Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Фәриҙәне йылан йотҡан

Бындай аңһыҙ үлемдән Хоҙай һаҡлаһын.

Фәриҙәне йылан йотҡан
Фәриҙәне йылан йотҡан

Һәр ерҙә ҡырағай мөхиттең үҙ йыртҡыстары бар. Тәбиғәттә кешеләрҙе хәүеф һағалай.

6 июндә Индонезияның Калемпанг ауылынан 50 йәшлек дүрт бала әсәһе юғала. Был Фәриҙә тигән ҡатын баҙарға аҙыҡ-түлек һатырға китә.

Кискеһен ул әйләнеп ҡайтмағас, ире ауылдаштары менән эҙләргә сыға. Урманда Фәриҙәнең әйберҙәренә тап булалар, ә тиҙҙән бик яй ҡыбырлаған алты метрлыҡ быуар йыланды күреп ҡалалар. Эсе күпкән питонды үлтереп, ярғас, унан юғалған ҡатындың кәүҙәһе килеп сыға.

Ире ҡатынын баҙарға яңғыҙын ебәргәненә бик ҡайғыра. Уның үлемендә үҙен ғәйепле һанай. 

Аллам һаҡлаһын.

Фото һәм сығанаҡ: https://www.dailymail.co.uk/news/article-13508489/woman-eaten-alive-giant-python-Indonesia.html

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас: