Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2024, 16:30

Зыян күләме – биш миллион һум...

Кисә Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы эргәһендә көслө ҡойон ваҡытында йөк машинаһы зыян күргәйне. Уның водителе әйтеүенсә...

Зыян күләме – биш миллион һум...Зыян күләме – биш миллион һум...
Зыян күләме – биш миллион һум...

Кисә Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы эргәһендә көслө ҡойон ваҡытында йөк машинаһы зыян күргәйне. Уның водителе әйтеүенсә...

8 июндә Әбйәлил районында ҡурҡыныс тәбиғәт ғәрәсәте – торнадо күҙәтелде. Ҡурҡыныс ҡойон юғары вольтлы электр бағаналарына зыян килтерҙе, тимер ҡорамалдарҙы, юл билдәләрен, ике машинаны юлдан ситкә алып ташланы.

“Озон” фирмаһының йөк автомобиле тауарҙар менән Магнитогорск ҡалаһынан Сибайға  юлланған булған. “Сиҙәм ауылы эргәһендә көслө ҡойон машинаны эләктереп алды ла, бер нисә тапҡыр әйләндереп ташланы”, – тип һөйләгән транспорттың водителе.

Бәхеткә күрә, водитель үҙе зыян күрмәгән, тик бөтә тауар ҙа яраҡһыҙ тип табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күләме биш миллион һумға яҡын тәшкил иткән.

Фото: социаль селтәрҙәр

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас