Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2024, 18:33

12 йәшлек бала токтан һуғылып үлгән

Олатаһын ерләгән көндө үҫмер душ төшкәндә телефон аша музыка тыңларға йыйынған булған...

12 йәшлек бала токтан һуғылып үлгән12 йәшлек бала токтан һуғылып үлгән
12 йәшлек бала токтан һуғылып үлгән

Олатаһын ерләгән көндө үҫмер душ төшкәндә телефон аша музыка тыңларға йыйынған булған...

"МК" хәбәр итеүенсә, бәхетһеҙ осраҡ 8 июндә Мәскәүҙең Мещан районында була. Төнгө сәғәт ун икелә малай душҡа инә, йыуына башлай, һуңынан кеҫә телефонында музыка ҡуйырға була. Телефондың заряды аҙ ҡалғас, бала уны зарядкаға ҡуя. Шул саҡта токтан һуғылып, йән бирә.

- Был ваҡытта мин сабый баламды йоҡларға һалғайным, - тип һөйләй күҙ йәштәрен тыя алмаған әсә. - Көтмәгәндә бөтә фатирҙа электр уты һүнде. Мин, пробкалар атылды, ахыры, тип, Сергейға (исеме үҙгәртелде) ванна бүлмәһенә барҙым, ишек шаҡый башланым, әммә улым яуап бирмәне. Шунда уҡ ҡурҡыныс хәл булғанын аңланым. Ирем менән ишекте аса алманыҡ, ҡотҡарыусыларҙы, ашығыс ярҙамды саҡырҙыҡ... Оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булған атайым менән бәхилләшкәйнек кенә...

Ишекте емереп ингәндә, улдары үлгән була. Ул ваннала ятҡан... Телефонда электр разрядынан ҙур тишек ҡалған.

Был фажиғә барыһына ла иҫкәртеү: ванна бүлмәһендә электр приборҙары менән үтә һаҡ булырға кәрәк! Балаларығыҙҙы иҫкәртегеҙ!

Фото: автор.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас