Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2024, 14:15

Түҙеп булмаҫлыҡ көндәр килә

Быйылғы йәйҙе нисек үткәрербеҙ?

Түҙеп булмаҫлыҡ көндәр киләТүҙеп булмаҫлыҡ көндәр килә
Түҙеп булмаҫлыҡ көндәр килә

Быйылғы йәй бик эҫе булыр тип фаразлайҙар ине. Киләһе аҙна, ысынлап та, шулай булмаҡсы. Гисметео порталы синоптиктары ентекле мәғлүмәттәр әҙерләне.

Эҫе көндәр шишәмбелә, 11 июндә, әйләнеп ҡайта. Көндөҙ һауа температураһы +29 градусҡа тиклем күтәреләсәк. 12 июндә иһә бер градусҡа йылыраҡ була – плюс 30 градус. Артабан +31 градусҡаса күтәрелә.

Ял көндәрендә термометр +32 градус күрһәтәсәк. Төндәрен был осорҙа 17-нән 21 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.

Киләһе аҙнала яуым-төшөм фаразланмай. 

Эҫе көндәрҙә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. 

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас