Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2024, 10:01

Уңған баҡсасы

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Зәлиә апай Усманова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һис кенә лә тик ултырмай. Яҙын, йәйен баҡсаһында мәж килә, ер ҡаҙып, түтәлдәр эшләп, йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр үҫтерә, тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә ярата, ҡош-ҡорт көтә.

Уңған баҡсасыУңған баҡсасы
Уңған баҡсасы

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Зәлиә апай Усманова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һис кенә лә тик ултырмай. Яҙын, йәйен баҡсаһында мәж килә, ер ҡаҙып, түтәлдәр эшләп, йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр үҫтерә, тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә ярата, ҡош-ҡорт көтә.
- Баҡса булғас буш ятҡырып булмай инде. Кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәһен, редис, ҡабаҡ, ер еләге, ҡурай еләге, ҡарағат, алма, помидорын, ҡыярын, боросон һәм башҡаһын үҫтерәбеҙ. Бәрәңгебеҙ инде ҡояшҡа йылынып баш ҡалҡытты. 25 апрелдә үк бәрәңге ултыртҡайныҡ. Әҙерәк ҡырауға ла эләкте, шулай ҙа бирешмәне, һәйбәт ултыра. Бәрәңге булһа, ас ҡалмаҫһың, тигән халыҡ. Әйтергә кәрәк, бәләкәй генә ерҙән дә мул уңыш алабыҙ. Емеш-еләк тә тәгәрәп бешә. Йыйып эш итеп кенә өлгөр. Крыжовник, ҡарағат, ҡурай, баҡса һәм ер еләктәренән ҡайнатма эшләйем, шәкәргә генә болғап та ҡуям. Еләк-емештәрҙе йыуып, киптереп, пластик һауыттарға йәиһә ҡапсыҡтарға тултырып, туңдырғысҡа оҙатам. Ҡыш буйы рәхәтләнеп ҡулланам. Барыһынан да артып ҡалғанын баҙарға сығарып халыҡҡа тәҡдим итәм, - ти Зәлиә Абдулла ҡыҙы.
Зәлиә апай үҙенең эш һөҙөмтәһен күреп, ныҡ һөйөнөп йәшәй. Йәйҙәрен уның баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа йәм биреп, төрлө төҫтәргә ҡойоноп, балҡып ултыра. Сәскәләр яратҡан кешенең генә күңеле саф, кәйефе күтәренке, йөҙө яҡты булалыр ул.
Зәлиә Абдулла ҡыҙы йомортҡа һалыусы тауыҡтар, бройлер, өйрәк, ҡаҙ себештәрен үҫтерә. Ҡош-ҡортто йәй буйы ҡарап үҫтереүе ауыр булһа ла, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелле, ти ул.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас