Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2024, 16:57

Быны ҡатын-ҡыҙҙарға көн дә эсергә кәрәк

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.    

Быны ҡатын-ҡыҙҙарға көн дә эсергә кәрәкБыны ҡатын-ҡыҙҙарға көн дә эсергә кәрәк
Быны ҡатын-ҡыҙҙарға көн дә эсергә кәрәк

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

 

Лимонлы йылы һыу. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотҡара, организмдан токсиндарҙы сығара, иммунитетты күтәрә, аш һеңдереүҙе һәм тирене яҡшырта. Лимон туҡлыҡ гормонына – лептинға – тәьҫир итә ала. Әҙерләү: ярты лимондың һутына ҡайнар һыу ҡойоп, әҙерәк һыуытҡас эсергә мөмкин.

Ҡурай еләге япрағынан сәй. Ул ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһын көйләй. Бала ятҡылығын нығыта, шул сәбәпле күрем, климакс, бала табыу еңелерәк үтә. Был сәй кәйефте лә күтәрә. Көнөнә өсәр сынаяҡ эскәндә гормондар тәртиптә була, ти белгестәр. Әҙерләү: бер ҡалаҡ япраҡҡа 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ултыртып торорға һәм эсергә. Тик йоҡлар алдынан эсергә кәрәкмәй.

Куркумалы һөт. Был эсемлек гормондарҙы балансҡа килтерә, иммун системаһын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, һыуыҡ үткәндән килешә. Әҙерләү: 200 мл эҫе һөткә 1\2 балғалаҡ куркума һалабыҙ, оҡшаһа, бал да ҡушып ебәрергә мөмкин. Был эсемлекте ятыр алдынан эсергә  кәрәк.

Һәр сараны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас