Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Июнь 2024, 18:52

Әремде йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ

Үҙе әсе булһа ла бик күп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә ул. 

Әремде йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙӘремде йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ
Әремде йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ

Ҡый үләне тип баҡсала үҫкән әремде йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ. Үҙе әсе булһа ла бик күп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә ул. Ни өсөн уны баҡсала үҫтерергә кәрәклеген тулыраҡ сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Зарарланған үҫентеләргә һибергә әрем төнәтмәһен нисек эшләргә?

Әрем ҡоротҡостарҙан, бөжәктәрҙән дә һаҡларға ярҙам итә. Ҡайһы бер баҡсасылар әремде  кишерҙе уратып, кәбеҫтәнең өҫтөнә һалып сыға, ағас һәм ҡыуаҡ өҫтәренә  элеп ҡуя.

Шулай уҡ төнәтмә эшләп тә, ҡоротҡостарҙан зарарланған үҫентеләргә һибеп сығырға кәңәш ителә. Бының өсөн 300 грамм әремгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа, бер сәғәткә төнәтеп, йәшелсәләргә,  сәскәләргә һибегеҙ.

Әрем ҡырмыҫҡаларҙы ла ҡурҡыта. Сысҡандар ҙа әрем күп үҫкән ерҙән ҡаса.

Сәскәлектә лә әрем бик матур күренә. Уның менән бергә лаванда, ҡыңғырау сәскәһен ултыртырға мөмкин.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас