Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Июнь 2024, 18:27

Ҡорттары булмаһын тиһәң

Эҫе көндә кәбеҫтәгә шланг менән иртәле-кисле һыу һибергә кәңәш ителә.    

Ҡорттары булмаһын тиһәңҠорттары булмаһын тиһәң
Ҡорттары булмаһын тиһәң

Эҫе көндә кәбеҫтәгә шланг менән иртәле-кисле һыу һибергә кәңәш ителә.

 

Һалҡын һыу һипһәң, ҡорттарын, бөжәктәрен юҡ итә. Һыу ҡойғас, өҫтөнә көл һибеү һәйбәт. Ҡайһы берәүҙәр уға борос, теш порошогы, тәмәке туҙаны ҡушып та һибә. Кәбеҫтә араларына бәрхәт сәскәһе ултыртырға, базилик, кориандр сәсергә ҡушыла.

Ҡайһы берәүҙәр аҙнаһына ике тапҡыр ғына һыу һипһәң буламы, тип һорай. Улай һипһәң, кәбеҫтә һәйбәт булмай. Ул һыу ярата, шуға эҫе көндә һыуһыҙ интектермәгеҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас