Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2024, 06:17

Көслө елдән туғыҙ район зыян күргән

Яуаплы хеҙмәттәр авария-тергеҙеү эштәрен алып бара    

Көслө елдән туғыҙ район зыян күргәнКөслө елдән туғыҙ район зыян күргән
Көслө елдән туғыҙ район зыян күргән

Яуаплы хеҙмәттәр авария-тергеҙеү эштәрен алып бара

 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының насар һауа торошо күҙәтеләсәге тураһындағы иҫкәртеүе дөрөҫ булып сыҡты. 29 майҙа елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе һөҙөмтәһендә туғыҙ районда (Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл) 49 тораҡ пунктта электр менән тәьмин итеү өлөшләтә йәки тулыһынса зыян күргән. Балтас районында боҙборсаҡ яуған.

Ике торлаҡ йорттоң, дүр йорт яны ҡоролмаһының ҡыйығы өлөшләтә зыян күргән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Мәҫәлән, ел-дауыл Иглин районының Орондо ауылында балалар баҡсаһының ҡыйығына зыян килтергән (фотола).

Әле ел-дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып барыла. Бөгөн таңғы сәғәт 7-гә ҡарата ике муниципаль берәмектә, 2 тораҡ пунктта (өлөшләтә) электр менән тәьмин итеүҙе тергеҙергә ҡалған. Авария-тергеҙеү эштәрен яҡын арала тамамлаясаҡтар, тип белдерәләр ведомствонан.

Фото: сығанағы: https://t.me/bdtprb/55833

Автор:Рәмилә Мусина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас