Ә минең әсәйем эскән кешене бер ҙә өнәмәй. Миңә иреңде тый тип әйтеп килде. Атайым да йәш сағында бик эскән. Уның менән күпте күрергә килгән әсәйгә, һөйләһәң, үҙе бер хикәйә. Шул хәмер арҡаһында атайбыҙ беҙҙең бала саҡты күрмәне лә тиһәң дә була.
Ирем шулай эскеләй торғас, был ғәҙәте бер нисә көнгә һуҙыла башланы. Бер ваҡыт был эсеүҙәр тоташтан китте. Эшенә һирәк кенә бара торған итеп көйләне. Аҙна буйына айный алмай ятҡас, шәфҡәт туташтарын өйгә саҡырып, аҡса түләп система ҡуйҙыра башланым. Был бик ҡиммәткә төшә ине, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк.
Атай-әсәйем һиҙенгәндер инде, бер көндө икәүләшеп беҙгә инеп килделәр. Ирем, һәр ваҡыттағыса кистән эсеп, иртән айныр-айнымаҫ килеш тороп сыҡты. Икебеҙҙе лә ултыртып һөйләштеләр, иремә аңлатырға тырыштылар. Атайым үҙе лә йәш сағында эскән кеше булараҡ, бының яҡшыға алып бармауын аңлатырға тырышты. Шул һөйләшеүҙән һуң бер ай эсмәй торҙо ла, тағы элекке ғәҙәтенә тотондо.
Әсәйем мине ҡыҙғанып илай, һиңә лә иҫерек менән торорға яҙған икән, ти. Был минең йәштән ҡалған установкалыр инде. Ирем нимә эшләһә лә, минең өсөн ғәҙәти хәл булғандыр. Сөнки, атайым да эсте, әсәй сабыр итте. Атайымдың эсеүе менән сағыштырғанда иремдең һыра менән мауығыуын еңел генә ҡабул иттем, был эсеүме ни тип ҡараным. Күрәһең, ул да минең күндәм булыуымды күреп аҙғандыр. Башта уҡ эсеүенә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәнем, гел яҡты йөҙ күрһәттем, әрләшмәнем. Шул ваҡытта уҡ теҙгенде ныҡ тотоп, яу һалырға булған да бит. Хәҙер һыра эсеүсенән эскесегә әйләнеп китте.
Үҙемдең дә ҡыҙым үҫеп килә. Ул атаһын да, минең күндәмлекте лә, эскесе иремә риза булып йәшәгәнемде лә күреп үҫә. Шулай йәшәргә ярай тип уйлай. Ҡыҙымдың да минең яҙмышымды ҡабатлауын теләмәйем. Шуға күрә, бәлки, ирем менән араны өҙөргәлер? Дауалап та ҡараным, психологтарға ла йөрөттөм. Туҡтап торғандан һуң яңынан шул юлға баҫты. Ир өсөн көрәшергәме, ҡыҙымдың киләсәген ҡайғыртырғамы, белмәйем.
Зөлфиә.