Генерал Шайморатов исемендәге батальонда Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың аҙашы – тәьмин итеү взводы командиры хеҙмәт итә икән. Быны белгәс, йырсы ҡыуанған, ситтә ҡала алмаған.
Айҙар Ғәни улы мөрәжәғәт тә яҙҙырған.
– Айҙар, беҙҙең тыуған данлы Өфө ҡалаһынан ҡайнар сәләм. Ҡәҙерле аҙашым, беҙ күп түгел, әммә беҙ бер-беребеҙҙе белергә, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Мөмкинлектән файҙаланып, тәү сиратта һаулыҡ, уңыш, сабырлыҡ, Алла һаҡлауын теләйем. Эргәңдә ышаныслы, лайыҡлы егеттәр булһын, быға мин шикләнмәйем. Беҙҙең яҡташтар булған ерҙә башҡаса мөмкин дә түгел. Әлбиттә, мөмкинлекте файҙаланып, бөтәһенә лә башҡортостандарса ялҡынлы сәләм, уңыштар һәм һаулыҡ теләйем. Бөтәгеҙ ҙә юғары күтәрелгән баш менән яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ эргәһенә, тыуған ерегеҙгә ҡайтығыҙ.
Айҙар, һинең менән ҡасан булһа ла яҡындан танышырға һәм осрашырға яҙһын, тип әйтергә теләйем. Шулай булғас, Айҙар Ғәлимов, туғаным, осрашҡанға тиклем, – тип белдерҙе йырсы Айҙар Ғәлимов.
Фото: скриншот.
Видеояҙма сығанағы: https://t.me/bashbat02/6738