26 майҙа Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 74-се километрында булған аварияла Өфө районынан 42 йәшлек ҡатын идара иткән “Фольксваген Гольф” менән Учалы районынан 37 йәшлек ир рулендә булған “Лада Веста” бәрелешкән. Автомобилдәрҙең икеһе лә юлдан ситкә оса.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә һигеҙ кеше зыян күргән, шул иҫәптән дүрт бала.
Шулай уҡ 25 майҙа Ғафури районында бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында авария теркәлгән. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария төн уртаһында Красноусол ауылында Карл Маркс һәм Маяковский урамдары киҫешкән урында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14 йәшлек үҫмер, “Кольд” мопеды менән идара итеп, “ВАЗ-2107” автомобиленә юл бирмәгән һәм уның менән бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә мопед водителе дауаханаға оҙатылған, ә уның 16 йәшлек пассажиры медицина учреждениеһында вафат булған.
Мәғлүм булыуынса, мопед рулендәге үҫмер шлем кейгән булған, ә пассажиры башлыҡһыҙ булған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 20 майҙан Башҡортостанда “Иғтибар, балалар!” акцияһы башланды. Ул 7 июнгә тиклем дауам итә.
Быйыл дүрт айҙа республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш бала һәләк булған, ә 89-ы төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.
Акцияның төп бурысы – балалар ҡатнашлығындағы аварияларға юл ҡуймау һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тәртипте иҫкә төшөрөү.
Хөрмәтле ата-әсәләр, өлкәндәр! Балаларығыҙ өсөн өлгө булырға һәм үҙегеҙгә закон менән билдәләнгән нормаларҙы боҙмаҫҡа, ә рулгә ултырғас, айырыуса мәғариф учреждениелары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары янында иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк.
Фото: скриншот, https://t.me/bash_gibdd/6151