– Изге Ҡөръәндең «Әл-Фәләҡ» сүрәһендә ошондай юлдар бар: «Көнсөллөк ҡылған ваҡыттағы яуызлығынан яҡлауға Уға һыйынам». Был һүҙҙәр ысынлап та «күҙ тейеү» төшөнсәһенең бар икәненә асыҡ дәлил. Шуға күрә уны уйлап сығарылған тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Йышыраҡ күҙ тейеүҙең сәбәбе булып кемдеңдер матурлығына, уңыштарына, яҡшылығына көнсөллө ҡараш тора. Ҡайһы ваҡытта нимәгәлер артыҡ һоҡланыу ҙа күҙ тейеүгә алып килеүе ихтимал. Ер йөҙөндә бөтә нәмә лә Аллаһ ризалығы менән икәнен онотмайыҡ, ҡәнәғәт булайыҡ. Һоҡланғанда «МашаАллах»(Аллаһ шулай теләне) тип әйтеү дөрөҫ булыр. Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы насар күҙҙән һаҡлау өсөн Ҡөръәндең һуңғы сүрәләре — «Әл-Фәләҡ» һәм «Ән-Нәс»те уҡығыҙ.
Шул уҡ ваҡытта икенсе мәлде лә иҫтән сығарырға ярамай: бөтә бәләләр ҙә күҙ тейеүҙән түгел! Күҙ тейеүҙең йоғонтоһон иңҡар итеү ҙә, шул уҡ ваҡытта бөтә ауырлыҡтарҙы унан күреү ҙә ҙур хата.
Әгәр һеҙ һәм яҡындарығыҙ:
- йыш ауырыйһығыҙ,
- уңышһыҙлыҡтар аҙым һайын көтөп тора,
- шәхси тормошоғоҙ артҡа тәгәрәй,
- яҡшы эш таба алмайһығыҙ,
- туғандарығыҙ менән йыш бәхәсләшәһәгеҙ икән, бының сәбәбе күҙ тейеүҙән тип иҫбатларға ашыҡмағыҙ. Бының башҡа сәбәптәре лә булырға мөмкин.
Сырхап китһәгеҙ, тәүҙә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм сәләмәт тормош алып барығыҙ. Яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәҫ өсөн, һәр бер һүҙегеҙҙе ҡабаланмай һөйләгеҙ, кеше күңелен уйлай белегеҙ. Хеҙмәтте яратығыҙ һәм тырыш булығыҙ. Ысынлап та, ҡайһы ваҡыт, уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбен үҙебеҙҙән эҙләрҙән алда, тирә-яҡтағыларҙы ғәйепләйбеҙ, – ти ул.
Фото: Т. АМАНОВ.
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите