Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Май 2024, 11:16

Яратҡан эш - күңелгә ял

Ҡабаҡ ауылы китапханасыһы Әлфиә Ҡаһирова ла бөтә ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған.

Яратҡан эш - күңелгә ялЯратҡан эш - күңелгә ял
Яратҡан эш - күңелгә ял

Районда китапханалар селтәре уңышлы ғына эшләп килә. Был өлкә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Ауыл китапханалары балаларҙы, йәштәрҙе, урта һәм оло йәштәгеләрҙе берләштереүсе мәҙәни үҙәк ролен уйнай. Ҡабаҡ ауылы китапханасыһы Әлфиә Ҡаһирова ла бөтә ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған.
- Мин күп балалы ғаиләлә үҫтем. Әминә өләсәйем дә беҙҙең менән йәшәй ине. Ул беҙҙең алфавитты белмәһә лә, ғәрәпсә яҡшы уҡый торғайны. Беҙ бала саҡта, һәр ғаилә тиерлек бик күп гәзит-журналдар алдырҙы. Атай-әсәйҙәребеҙ менән бергә беҙ ҙә почтальондарҙы көтөп алып, талаша-талаша гәзит-журналдар уҡый инек. Өләсәйебеҙҙең гәзиттә нимә яҙылғанын белгеһе килә бит инде, миңә шуларҙы уҡырға ҡуша ине. Өләсәйем янына күрше инәй ҙә килеп йөрөй торғайны. Икәүләшеп ултырып мине тыңлайҙар. Минең уҡығаным уларға бик оҡшай ине. Бәләкәйҙән уҡырға яраттым, төплө белемле булырға ынтылдым. Күрәһең, ошо һөйөү мине китапханасы булып китергә әйҙәгәндер ҙә, - ти Әлфиә апай.
Ҡабаҡ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Әлфиә Ҡәнәфиә ҡыҙы Өфөләге китапхана техникумына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң, юллама буйынса Түбәнге Төкөн ауылына эшкә ебәрелә. Ауыл китапханаһында өс йыл хеҙмәт итә.
- Эшләгән осорҙа элекке китап­ханасы Камилә Әлмөхәмәтовала фатирҙа торҙом. Камилә апай төплө һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлашты, эштең нескәлектәренә төшөндөрҙө. Артабан мәктәптә эшләгән ҡыҙҙар янына дөйөм ятаҡҡа күстем. Шулай ҙа остазым Камилә апай менән гел бәйләнештә булдыҡ. Китапхананың фонды бик ҙур булмаһа ла ололар ҙа, балалар ҙа китапты күпләп алып уҡыйҙар, әҙәбиәт, сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһыналар ине, - ти ул.
Китапханасыны урындағы халыҡ йылы ҡабул итә, өйрәнеп тә бөтәләр үҙенә, иҫ киткес әүҙем, ижади булмышлы, уңған кеше итеп беләләр. Әйткәндәй, тормош иптәшен дә ҡыҙ ошо ауылда осрата. Әмир Әнүәр улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар. Һуңынан ғаилә Ҡабаҡ ауылына күсеп килә. Унда күркәм йорт һалып сығалар, сынъяһау итеп донъя көтәләр, аҡыллы, белемле балалар үҫтерәләр.
Әлфиә апай һөнәре буйынса тыуған төйәгендә эш башлай һәм шунан алып әлегәсә хеҙмәтен ҙур теләк, тырышлыҡ, намыҫ менән дауам итә. Унда китапханасы Фәимә Шәрәфетдинова менән оҙаҡ йылдар бергә берҙәм, татыу булып эшләйҙәр.
- Эшемде бик яратам. Кешеләр менән аралашыу оҡшай. Табиптар кеше һаулығын терелтһә, китапханасылар китап менән уҡыусы араһын яҡынайтып, кеше күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәп йәшәй. Китап уҡыу үҙ эшең, донъяға ҡарашың хаҡында матур итеп фекерләй белергә, һөйләргә лә өйрәтә.
Беҙ китап фондына ныҡ байбыҙ, китап яратҡандар өсөн ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ. Китап фонды тулыланып тора. Урындағы һәм республика баҫмаларын да алдырабыҙ. Календарҙағы бер иҫтәлекле көн дә, мөһим, көнүҙәк ваҡиғалар ҙа ситтә ҡалмай. Күп саралар ойошторабыҙ: әҙәби кисәләр, яҙыусыларҙың юбилейҙары, китап һөйөүселәр конференцияһы, оҫталыҡ дәрестәре, “Китапхана төнө”, “Ғаилә көнө”, “Китапханаға китап бүләк ит” акциялары ла даими үткәрелә. Сараларға ауылдаштар теләп йыйы­ла, аралаша, гәзит-журналдарҙағы яңы­лыҡтар менән таныша, китап уҡый.
Халыҡ китап уҡымай, тигән һүҙҙәрҙе ҡалыплаштырып алдыҡ та, ҡайҙа ла шуны ҡабатлайбыҙ. Бының менән килешеп булмай. Үҙебеҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ ҙа бар - Ғәзимә Әсәҙуллина, Флизә Макеева, Фәнисә Әсәҙуллина, Галина Золотых, Фәнис Ташбулатов, Роберт Кәбиров, Мәҙинә Ғирфатова, Нәсимә Ғәлиева, Олег Бакаев, Ҡәҙриә Камалетдинова һәм Ҡолош ауылынан Уатт Фәттәховтар беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ. Улар китап алып ҡына уҡымай, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Теге йәки был мәғлүмәт эҙләп китапханаға килеүселәр ҙә байтаҡ.
Билдәле яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Ноғман Мусин, Мостай Кәрим, Суфиян Поварисов, Гөлнур Яҡупова, Зифа Ҡадироваларҙың китаптарын бик яратып уҡыйҙар. Бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой, Федор Достоевский, Антон Чехов, сит ил әҙәбиәте, хәҙерге заман боевиктары, детективтар, ҡатын-ҡыҙ романдары ла уҡыла. Үҙебеҙҙең район яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә бик теләп алып уҡыйҙар. Уларҙың әҫәрҙәренән айырым күргәҙмә лә эшләп ҡуйҙыҡ. Балалар әкиәттәр, мажаралы, хайуандар тураһында китаптар, энциклопедиялар менән

ҡыҙыҡһына.
Йәш быуынды үҙебеҙҙең яҡташ яҙыусылар менән дә таныштырырға тырышабыҙ. Таһир Вилданов, Риф Йөҙлөкбаев, Банат Вәлиева, Лилиә Мирзалар менән йыш ҡына осрашыуҙар үткәрәбеҙ.
Китапхананың бер бүлмәһендә Хәрби дан музейы асылған. Ауыл халҡы музей экспонаттары менән яҡындан таныша ала. Тирә-яҡтан, хатта Өфө ҡалаһынан туғандары, яҡындары тураһында мәғлүмәт эҙләп киләләр икән бында.
Бындай эштә эшләр өсөн ышаныслы ныҡлы терәгең булырға тейеш. Был йәһәттән китап һөйөүселәргә, етәкселәргә, яҡындарыма ҙур рәхмәтлемен. Уларҙың терәген тойоп йәшәгәнгә, эшем дә уңышлы бара.
Әлфиә апай эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, аллы-гөллө сәскәләр үҫтерергә ярата. Ҡаһировтар өс балаға ғүмер, тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Ләйсән Өфө авиация университетын, ә Алһыу Өфө медицина университетын тамамлаған. Улдары Мөхәмәт Өфө авиация колледжының беренсе курс студенты. Йорт хужаһы Дим биҫтәһенә йөрөп эшләй. Әлфиә апай менән Әмир ағай балаларына ҡәҙерле әсәй менән атай, ейәндәре Арсен менән Тимурға яратҡан олатай менән өләсәй ҙә. Ғаилә үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап тәбиғәт ҡосағында, Ағиҙел ярында ял итергә лә сыға. Республикабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарында була. Күптән түгел Учалы районында урынлашҡан Әүлиә шишмәһенә барып шифалы һыу алып ҡайтҡандар, Ирәмәл тауына ла күтәрелгәндәр.
Әлфиә Ҡәнәфиә ҡыҙына тормошонда ла, эшендә лә уңыш йылмайып тороуын, уҡыусыларының тағы ла артыуын теләйбеҙ. Китапхана һәр кемгә осрашыу урыны булып ҡалһын, уға юлды һыуытмайыҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас