Уның маҡсаты Себерҙә эшләгән кешеләрҙе үҙебеҙҙең республикала эш менән тәьмин итеү. Бындай вахта иғтибарға лайыҡ, ул һаулыҡты һаҡлау өсөн дә, йәшәү өсөн сығымдарҙы кәметеү йәһәтенән дә, ғаиләгә яҡын булыу өсөн дә һәйбәт.
Проект сиктәрендә районда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе вәкилдәре халыҡ менән осрашыу үткәрҙе.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Хәрби авиация, вертолет техникаһы узелдары өсөн газ турбиналы двигателдәр эшләй, етештерә һәм ремонтлай, нефть-газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар һәм башҡалар сығара. Уларға әле программалы идара итеүсе станок операторҙары, механик-йыйыу эштәре өсөн слесарҙәр, токарҙәр, киң профилле станоксылар, шлифовальщик, фрезеровкалаусы, быраулаусы, станок һәм слесарь эше контролеры һәм башҡа белгестәр талап ителә.
Осрашыуҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директор урынбаҫары – персонал буйынса директор Николай Лютов, республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов, муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫар Илфат Хәмитов ҡатнашты.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең персонал буйынса директоры Николай Лютов әйтеүенсә предприятие тотороҡло эшләй һәм яҡшы күрһәткестәр күрһәтә.
- Осрашыуҙың көн тәртибендә предприятиены кадрҙар менән тәьмин итеү, уның эшмәкәрлеге менән таныштырыу. Предприятие майҙансыҡтарында бөтәһе 9 мең кеше эшләй. Бөгөнгө көндә предприятиеға 4 меңдән ашыу кеше талап ителә. Май айында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 140 мең һум тәшкил итте. Әгәр эшсе ял көндәрендә эшләһә, түләү икеләтә күләмдә башҡарыла. Хеҙмәткәрҙәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Бынан тыш, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн айына 13 мең һум компенсация түләнә. Ипотеканы ҡаплауға субсидиялар бирелә. Дәүләт оборона заказын үтәү сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә. Шулай уҡ предприятие урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Тәжрибәһе булғандарҙы ла, тәжрибәһеҙҙәрҙе лә алабыҙ. Уларҙың барыһын да эшсе һөнәрҙәргә уҡытабыҙ. 38 мең һумға тиклем стипендия түләнә һәм артабан һөнәре буйынса рәсми рәүештә эшкә урынлаштырабыҙ. Хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операцияға юллана икән, беҙ уларҙың эш урыны буйынса уртаса эш хаҡын һаҡлап ҡалдырабыҙ һәм күсереп барабыҙ,- тине Николай Александрович һәм махсус хәрби операция уңышлы тамамланғандан һуң да предприятие ун йылға алдан заказдар менән тәьмин ителгән, шуға күрә штатты ҡыҫҡартыу көтөлмәй, тип билдәләне.
Бынан тыш компания тулы социаль пакет, түләүле ялдар һәм больничныйҙар, ташламалы хаҡ менән ҡайнар аш, вахта транспорты, балалар лагерҙарына ташламалы юлламалар һәм пофилле уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡыу тәҡдим итә.
Артабан сарала ҡатнашыусылар берекмә белгестәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, теләге булғандар эш шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды.
Предприятиеға эшкә килергә йәки яңы һөнәр алырға теләүселәр umporabota.ru сайтында ғариза ҡалдыра ала. Кире бәйләнеш формаһын тултырыу мотлаҡ. Артабан кадрҙар бүлеге һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Фидалия Муллаҡаева, Күлләр ауылы:
- Марий-Эл республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһы аграр университетында белем алдым. Артабан Өфө урман техникумының урмансылыҡ факультетын тамамланым. Һөнәрем буйынса районда эш табыуы ҡыйын, бөтөнләй юҡ тип әйтһәң дә була. Бөгөнгө көндә бала менән декрет ялында ултырам. Улыма өс йәш туласаҡ, шуға күрә эшкә урынлашыу тураһында алдан уйларға кәрәк. Шул маҡсат менән бөгөнгө осрашыуға килдем. Әйткәндәй, минең әсәйем ғүмер буйы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Вадим Вәлиев, Прибельский ауылы:
- Үҙебеҙҙә “Красное-Белое” магазинында йыл ярым тирәһе эшләнем. Әлеге көндә эшһеҙмен. Компанияның тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡһындырҙы. Унда эшкә барып ҡарарға уйлайым. Бәлки, дуҫтарымды ла үҙем менән саҡырырмын.