Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2024, 18:44

Аталары вахтала булып ҡалған

Ғаилә имен булған. Эт бәләкәй ҡыҙҙарын талап үлтергән. 

Аталары вахтала булып ҡалғанАталары вахтала булып ҡалған
Аталары вахтала булып ҡалған

Ғаилә имен булған. Эт бәләкәй ҡыҙҙарын талап үлтергән. 

Кисә ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды: Баҡалы районында бәйҙә ултырған йорт эте ике йәшлек ҡыҙ баланы талап үлтерҙе. Әле “Башинформ” агентлығы был хәлгә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерҙе.

Ике йәшлек ҡыҙыҡай эт янына барғас, ул ҡапыл балаға ташлана һәм тештәре менән муйынына йәбешә. Моғайын, ошо ваҡытта мөһим артерияһына зыян килтергән булғандыр. Баланың кәүҙәһендә башҡа ауыр йәрәхәттәр ҙә булған, тип хәбәр иткән агентлыҡтың сығанағы.

“Ҡыҙыҡай тәрбиәләнгән ғаилә ыңғай тип баһалана. Иҫәптә тормай. Ғаиләлә ике ҡыҙ бала үҫкән, фажиғәлә бәләкәйе һәләк булған. Был көндө атай кеше эштә, вахтала булған. Әсәһе йорт эштәре менән шөғөлләнгән. Кис көнө, ул ихатала нимәлер бешергән һәм ҡыҙҙарын янына саҡырған. Өлкәне шунда уҡ янына йүгереп барған, ә бәләкәйе ни эшләптер эт янында туҡтаған. Бәйҙә торған эткә ныҡ яҡын килгән һәм фажиғә булған”, – тигән хоҡуҡ һаҡсыһы.

Фараздар буйынса, эттең ҡоторған булыуы ихтимал. Уны 10 көнлөк карантинға урынлаштырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эттең киләсәкке яҙмышы аңлашылалыр...

Был эш буйынса тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас