

1. 1 литр ҡайнар һыуға 2.5 стакан сөйәл үләне һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ ҙа, 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Унан һөҙөп алып, һибеп сығырға.
2. 2 стакан бәпембә япрағын ваҡлап, 10 литр ҡайнар һыу һалырға һәм 2 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һибеп сығырға.
3. 10 литр һыуға 2 стакан ағас көлө, 5 аш ҡалағы һабын онтағы ҡушырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашма менән беттәр менән зарарланған йәшелсә-сәскәләрҙе эшкәртергә.
4. 1 баш һуғанды ҡырғыста ҡырып, килеп сыҡҡан бутҡа хәлендәге массаны 1 литр һыуға һалып, 5 сәғәт ҡапҡас менән ябып тоторға. Унан инде һибеп сығырға ла була.
5. Бер биҙрә ҡайнар һыуға әрем һабаҡтарын ваҡлап һалып, һыуынғансы төнәтеп торабыҙ. Унан үҫемлектәргә бөркөп сығабыҙ.