6 йәшлек Рәмил Мөхәмәтшин Белорет ҡалаһында йәшәй.
– Мультиинструменталист Заһир Зәйнетдиновты улыбыҙ ике йәше тулыр-тулмаҫтан ҡабатлай башланы. Уның ҡыланыштарын һәм хәрәкәттәрен видеолар буйынса үҙ- аллы өйрәнә. Яратҡан артисын күрергә ашҡынып ҡына тора, быйыл Өфө, Магнитогорск ҡалаларындағы концерттарына барып ҡайтты, – тине «Башҡортостан» гәзитенә Рәмилдең әсәһе Эльвира Зөлфәр ҡыҙы.
Хәҙер Рәмилде туғандары юбилей һәм туйҙарҙа сығыш яһарға саҡыра икән. Бәләкәй артист сәхнәлә үҙен ышаныслы тота: Заһир Зәйнетдиновҡа ҡушылып йырлай, өҙҙөрә баҫып бейей, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға тырыша. Әйткәндәй, ҡурайҙы уға кумиры үҙе бүләк иткән!
Фото: Эльвира һәм Замир Мөхәмәтшиндарҙың ғаилә архивынан.
Видео: Айтуған Фәттәхов.