Күптәр шытҡан һарымһаҡты ҡулланып булмай, тип ташлап ҡуя.Ә шытымдарында хатта был йәшелсәнең үҙендә булмаған файҙалы матдәләр һаҡлана икәнен уйлап та ҡарамайбыҙ. Аллицин, аллиин и диаллилдисульфин кеүек антиоксидант йыйылмалар ғына үҙе ни тора.
Шытҡан ваҡытта һарымһаҡта күп ауырыуҙарға дауа булырҙай, яңы бик көслө ферменттар барлыҡҡа килә. Тәме яғынан да йәшел үренделәр еҫе аңҡып, әсерәк булыуы менән айырылып тора.Иммунитет күтәреү, вирустарға бирешмәү , ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн шытымдар бик файҙалы.Һарымһаҡтан йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу, ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн төнәтмә эшләйҙәр. Халыҡ медицинаһында шытҡан һарымһаҡты инсультты профилактикалау һәм тромбтар барлыҡа килеүҙе булдырмау өсөн файҙалы тип иҫәпләйҙәр. Ул организмды яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙән, канцерогендарҙан аралай. Насар аҙыҡ ашап ағыуланғанда уны ашаһағыҙ, эсегеҙ китеүе лә бөтөр.
Ашҡаҙан ауырыуҙары, панкератит, анемия булғандарға табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото: