Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2024, 16:20

Дегәнәк япрағынан салат

Әгәр ҙә кешеләр  үҫемлектәрҙең химик составын  белгән булһа, аслыҡтан тик дегәнәк кенә ашар ине.  Иң күп витамин һәм минералдар дегәнәктә.

Дегәнәк япрағынан салатДегәнәк япрағынан салат
Дегәнәк япрағынан салат

Әгәр ҙә кешеләр  үҫемлектәрҙең химик составын  белгән булһа, аслыҡтан тик дегәнәк кенә ашар ине.  Иң күп витамин һәм минералдар дегәнәктә.

 Был сүп үләнендә хатта үҫемлек клетчаткаһы ла кәбеҫтәгәгә ҡарағанда яҡшыраҡ.  Тимәк, дегәнәк ашағанда эс ҡабармаясаҡ.  Бешкән дегәнәктән нигеҙҙә бик тәмле һәм витаминдарға бай салаттар әҙерләйҙәр. Шулай уҡ щи бешерергә лә мөмкин.

 Дегәнәк япрағынан салат

Салат әҙерләү өсөн дегәнәктең  япраҡтарын ғына айырып алып  ҡайнар һыуға һалып, талғын утта йомшарғансы бешерәбеҙ.  Ҡыяр менән редисты турап, ваҡланған дегәнәкте ҡушабыҙ һәм  ҡаймаҡ, майонез йәиһә көнбағыш майы ҡушып бутайбыҙ.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас