+28 °С
Болотло
Бәпембәләрҙе бер тәүлек дауамында һалҡын һыуҙа тоторға кәрәк. Һуңынан һарҡытып, һығып алғандан һуң, 0,5 литр һыу ҡойоп 15 минут ҡайнаталар. 1-2 ҙур булмаған лимонды тышы менән бергә киҫкеләп ҡайнатып, бер тәүлеккә тондорорға ҡалдырырға кәрәк. Һуңынан һөҙөп алып, сиропҡа 1 – 1,5 кг шәкәр өҫтәргә. Ҡайнатманы ике-өс тапҡыр ҡайнатып алырға кәңәш ителә. Һөҙөмтәлә ул бал кеүек үтә күренмәле һәм ҡуйы ғына булырға тейеш.
Фото:Т.Аманов.