Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ.
Илтуған ауылында тарих һәм тирәяҡты өйрәнеү музейы эшләп килә. Музей район халҡының ғорурлығы һәм яратып өлгөргән урыны.
- Беҙҙең район тарихы иҫ китмәле бай. Бик күпте күргән урын, тарихи шәжәрәһе үҙе бер ҡиммәтле хазина. Ошо ерҙәргә 10-14-се быуаттарҙа Мең һәм Табын ырыуы башҡорттары килеп төпләнгән. Тәүге башҡорт ауылдары – Ҡарлыман, Ҡоро Ҡарлыман, Иҫке Бәпес (Мансур), Шәрипҡол (Өмөтбай), Иҫке Муса, Малай, Мөкәй, Төкөн барлыҡҡа килгән. 18-се быуаттың беренсе яртыһынан башлап, яҡшыраҡ ерҙәргә күсенеү маҡсатында Миңзәлә өйәҙенән килгән типтәрҙәр, мордвалар, сыуаштар ерҙәрҙе ҡуртымға алып, татар ауылдарын барлыҡҡа килтергәндәр. Бөгөнгө көндә күп милләтле районыбыҙҙа утыҙҙан артыҡ милләт вәкилдәре тыныс һәм үҙ-ара татыу йәшәй,- ти музей директоры Клара Ғәйфуллина.
Тарихһыҙ киләсәк юҡ, тарих – ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының тарихын, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Был йәһәттән музейҙар ифрат ҙур роль уйнай. Ошо уңайҙан мөһим мәсьәләне уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров районда музей булдырыу тураһында ныҡлы ҡарарға килә. Был эшкә Резеда Әхтәмова, Рушания Хәмәтғәлимова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, хәрби ветерандар ойошмаһы, ауылдар халҡы бик ҙур тырышлыҡ һала. Барлыҡ ҡиммәтле һәм ҡабатланмаҫ экспонаттар, документтар һәм фотографиялар, әсбаптар – уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе. Музей 2023 йылдың 12 декабрендә асыла. Музейға етәкселек итеүҙе райондың тарихын, йолаларын, кешеләрен белгән, архив материалдарын урынлы ҡулланып, эҙләнеү эштәренә, һәр мәғлүмәткә етди ҡараған Клара Ғәйфуллинаға ышанып тапшыралар. Әйткәндәй, Клара Дархан ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған тарих уҡытыусыһы, “Даирә” гәзитенең элекке хеҙмәткәре. Ул ҙур эште үҙ иңдәренә алырға йөрьәт итеп, эште матур ғына башлап ебәргән. Миләүшә Йәһүҙинә уның ышаныслы ярҙамсыһы. Музейҙың этнография залы төрлө милләт халыҡтарының тормошон, көнкүрешен, йолаларын өйрәнеүгә ҡоролған. Халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тормошон сағылдырған экспонаттар: боронғоса йыһазландырылған өй бүлмәһе, милли кейемдәр, ҡул менән һуғылған балаҫтар, эш ҡоралдары һәм башҡа әйберҙәр күҙҙең яуын ала.
- Музейҙы тулыландырыу өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: район халҡы үҙ тарихына битараф түгел. Бик күп ҡул эштәре өлгөләре, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр килтерәләр. Этнография залын ауыл тарихы, урындағы йолалар, ерһыу атамалары тураһында мәғлүмәттәр менән тулыландырырға ярҙам итеүселәр табылһа, беҙ бик шат булыр инек. Киләсәктә этнография залын ҙурайтып, һәр милләт халҡының тормош-көнкүрешенә арналған мөйөшөн булдырырға уйыбыҙ бар, - ти Клара Дархан ҡыҙы.
Музейҙың икенсе бүлмәһе совет осорона бағышланған. Был залда хеҙмәт алдынғылары тураһында экспозиция булдырылған. Райондың данын күрһәткән күсмә Ҡыҙыл байраҡтар ҙа атайсалыбыҙҙа хеҙмәт һөйөүсе халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй.
Район халҡы элек-электән Тыуған илебеҙҙе һаҡлауҙа ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға арналған Хәрби дан залы асыла. Экскурсияларҙа башҡорт кавалерия дивизияһының данлыҡлы юлы, райондан күпме кеше фронтҡа алыныуы, тыл хеҙмәтсәндәре, Советтар Союзы Геройҙары һәм, әлбиттә, МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт алырға була. Стендтарҙа – Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар фотолары, витриналарҙа һуғыш йылдары документтары, фронт хаттары, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре һәм башҡалар күрһәтелгән. Бында шулай уҡ төрлө һуғыш йылдарындағы Совет һәм Рәсәй армияһы һалдаттарының көндәлек һәм хәрби кейемдәре, хеҙмәттә кәрәкле әйберҙәре урынлаштырылған. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын байрам итеү алдынан мәғариф бүлеге һәм райондың Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто хеҙмәткәрҙәре музейға ҡиммәтле бүләк - смотр-эстафета альбомдары тапшырған. Был альбомдарҙа бик күп мәғлүмәттәр тупланған. Уларҙың барыһы ла бик сағыу итеп эшләнгән, мәктәп уҡыусылары төшөргән һүрәттәр, документтар, фронтовиктарҙың хаттары, гәзит баҫмалары, һуғыш һәм тыл ветерандары менән берлектәге фотоһүрәттәр, уларҙың биографиялары менән тулыландырылған.
- Музейҙың төп маҡсаты - балаларҙа һәм йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның тарихы менән таныштырыу. Музейҙа экскурсиялар дәрес форматында үтә. Бындай дәрестәр балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята һәм улар бик ҡәнәғәт ҡайталар. Унда шулай уҡ фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа үткәрелә,- ти директор. Музейҙа тупланған экспонаттар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Ә изге аманатты киләсәк быуынға тапшырыу – һәр кемдең изге бурысы. Музей хеҙмәткәрҙәренә экспонаттарығыҙ байып, музейға килеүселәр һаны артып торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.